Бер үк биҙәлештәге, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған стоматология кабинеттары Ейәнсурала Ф.Солтанов исемендәге һәм 2-се мәктәптәрҙә лә эшләй. Ф Солтанов исемендәге мәктәптә ул 2023 йылдың 8 сентябрендә асылғайны. Теш табибы булып тәүҙә Фирҙәүесә Вәлиева эшләһә, былтырҙан йәш белгес Алина Ҡолмөхәмәтова уҡыу осоронда көн һайын 15.00-дән 16.30-ға тиклем балаларҙы ҡабул итә.
– Төп маҡсат – теш ауырыуҙарын иртә осорҙа асыҡлау. Беҙ балаларҙың тештәрен планға ярашлы тикшерәбеҙ, иҫкәртеү, теш ҡуныҡтарын алыу буйынса эш алып барабыҙ, өҫкө һәм уртаса кариестарҙы дауалайбыҙ. Әгәр теш ныҡ боҙолған булһа, дауаханаға саҡырабыҙ. Уҡыусыларҙы ғына түгел, мөрәжәғәт итһәләр, уҡытыусылар менән хеҙмәткәрҙәрҙе лә тикшерәбеҙ, – ти табип-стоматолог Алина Фәрғәт ҡыҙы. – Аңлатыу эштәре алып барылһа ла, сәләмәт тешле балалар һирәк, күбеһендә кариес башлаған. Тимәк, балалар тештәрен тәрбиәләүгә тейешенсә иғтибар бүлмәй, тигән һығымта яһайбыҙ.
ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Республика Башлығы:
– Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: теш дауаларға ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ.
Гөлсирен Ҡәҙербаева, әсә:
– Азалина ҡыҙым һәм Ислам улым Ф. Солтанов исемендәге мәктәбендә уҡыйҙар. Белем усағында теш кабинеты эшләүе бик яҡшы. Бында уларҙы теш табибы Алина Фәрғәт ҡыҙы ҡарай, тикшерә, кәрәк булһа, поликлиникаға йүнәлтмә лә бирә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Икенсе йыл мәктәптәрҙә “Сәләмәт йылмайыу” проектын индерелгәнсә асылған кабинеттарҙы яңыртыу бара. 2024 йылда республикала 16 стоматкабинет ремонтланып, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 2025 йылдың 1 сентябренән тағы ла һигеҙ яңыртылған кабинет эшләй башлаған. Бөгөн уларҙың барыһы ла лицензияланған һәм кадрҙар менән тәьмин ителгән. Быйылғы уҡыу йылының тәүге айында республика мәктәптәрендәге теш кабинеттарында 27 109 бала тикшерелгән һәм 7080-һы дауаланған.