Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекциялар йоҡтороу осраҡтары артыуы көтөлә. Роспотребнадзор белгестәре уҙған йылдарҙағы һандарға таянып, ошондай һығымта яһаған. Әлегә һалҡын тейҙереү һәм киҙеү миҙгелдең был осорона хас.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә гриптан вакцинация барышы тураһында доклад менән сығыш яһаны. Ул коллектив иммунизация булһын өсөн халыҡтың 60 процентына, йәғни 2,4 миллиондан ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка яһарға кәрәклеген иҫкәртте. Республикаға 2 млн-ға яҡын вакцина, “Совигрипп”, “Флю-м”, “Ультрикс Квадри” препараттары килтерелгән. Ноябрь уртаһына ҡарата республиканың 1,5 млн-дан ашыу кеше прививка яһатҡан.
Грипҡа ҡаршы вакцинация – был сирҙе иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле алымы, гриптың ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, дауахананан тыш пневмония хәүефен кәметә һәм иммун системаһына һаҡлағыс антитәнсәләр эшкәртеп сығарырға ярҙам итә.
Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы Илгиз Хәйбуллин әйтеүенсә, грипҡа ҡаршы вакцинация яһатыу буйынса поликлиникала асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Тәүгеһе 15 ноябрҙә үтһә, ноябрь аҙағына тиклем шәмбе көндәре 8.00-дән 16.00-гә тиклем тағы ла ойоштороласаҡ. Прививкаға алдан яҙылыу кәрәкмәй. Асыҡ ишектәр көнөнән тыш, эш көндәрендә лә 8.00-дән 16.00-гә тиклем 303-сө (өлкәндәр) һәм 113-сө (балалар) кабинеттарға мөрәжәғәт итергә. Паспорт һәм ОМС полисын алып килергә онотмағыҙ.
Кемдәр гриптан прививка эшләтмәгән, әле һуң түгел. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген һаҡлағыҙ!
Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.
ЛОМ
Илгиз Хәйбуллин, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы:
– Беҙ грипҡа ҡаршы привикаларҙы август аҙағынан эшләй башланыҡ. Тәү сиратта балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусыларға эшләнек. Вакциналар тәү килтерелгәндән алып, барлығы 6700 кешегә, шул иҫәптән 2330 балаға яһалды. Ноябрҙә тағы, 60 йәштән өлкәндәрҙе, хроник сирлеләрҙе вакцинациялауға, 4520 доза вакцина килде.