

Бөтнөк (мята) бауырҙы ғына түгел, ҡан тамырҙарын да таҙарта, тромбозды иҫкәртә. Шуға күрә бөтнөктө баҡсала үҫтерергә, ҡышҡылыҡҡа туңдырып йә киптереп һаҡларға һәм эсергә кәрәк
Файҙалы эсемлек өсөн бер сәй ҡалағы бөтнөккә 150 мл ҡайнап торған һыу ҡойорға, 15 минуттан эсергә. Уға әҙерәк бал һәм лимон өҫтәргә була.
Һау-сәләмәт булайыҡ. Халыҡ медицинаһы сараларын файҙаланған саҡта табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: нейроселтәр ярҙамында эшләнде.
"Башҡортостан" гәзитенән.