Эҫенән нисек һаҡланырға

Һалҡынса һәм ямғырлы көндәрҙән һуң рәхәтләнеп һыу инерлек эҫе көндәр килеүе күптәр өсөн ҡыуаныслы, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта томра эҫе көндәр ҡурҡыныс менән дә янай.

Белгестәр белдереүенсә, эҫе көндәр бик күп ауырыуҙарҙың көсәйеүенә килтерә. Уны бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары сирлеләр ауыр кисерә. Бындай көндәрҙә махсус йәшәү рәүешенә күсергә кәрәк, ти медиктар. Был режим ниндәйҙер сире булыусыларға ғына түгел, хатта үҙен сәләмәт тип иҫәпләүселәргә лә ҡағыла.

Төп иғтибарҙы һыу эсеүгә бүлегеҙ. Көнөнә литр ярым – ике литр һыу эсеү мотлаҡ. Әгәр эҫе көндә физик эш эшләһәгеҙ, тағы ла күберәк һыу әсегеҙ, һыуһынды морс, кеүәҫ һәм бигерәк тә эҫе сәй баҫа. Артыҡ ашамағыҙ, ризыҡ еңел, бигерәк тә йәшелсә-емештән торорға тейеш. Алкоголь ҡулланыу тыйыла.

Эҫе көндә асыҡ төҫтәге тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән (мамыҡ, етен) иркен кейем кейегеҙ. Мотлаҡ баш кейемендә йәки зонт ышығында йөрөгөҙ.

Баҡса, бигерәк тә теплица, барлыҡ физик әүҙемлек талап иткән эштәрҙе ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырған ваҡытында – иртәнге 11 -ҙән киске 4-кә тиклем туҡтатып тороғоҙ.

Тәҙрәләрҙе асығыҙ, ябыҡ биналарҙа һауа әйләнешен булдырыу, шулай уҡ бүлмәлә эшмәкәрлек өсөн оптималь булған температура (21-23 градус) тотоу маҡсатынан вентилятор йәки кондиционер файҙаланығыҙ.

Машинағыҙҙы ҡояшта ҡалдырмағыҙ һәм эҫе машинала 10 минуттан артыҡ ултырмағыҙ.

Эҫелә ауыр физик көсөргәнештән һаҡланығыҙ, эшләгәндә ваҡыты-ваҡыты менән ял итегеҙ.

Табиптар ҡояш тейеүгә ҡарағанда эҫе тиҙерәк тейә, тип билдәләй. Сөнки эҫе һуғыу өсөн ҡояш төп шарт булып тормай. Йылы, һауа индермәгән кейемдә оҙаҡ эшләгәндә лә, һауа булмаған бинала оҙаҡ эшләгәндә лә эҫе тейеүе мөмкин.

Билдәләре

Тән тиреһе ҡыҙара; тын ҡыҫыла; һыуыҡ тир бәреп сыға; хәлһеҙлек күҙәтелә; күңел уйнай; уҡшыта; температура күтәрелә; баш әйләнә; күҙ алды ҡараңғылана, галлюцинация башлана; күҙ ҡараһы ҙурая; баш ныҡ ауырта; пульс йышая һәм саҡ һиҙелә; тын алыу йышая; тән тиреһе эҫе һәм ҡоро була; мускулдар ауырта һәм тартыша; ныҡ ауыр осраҡтарҙа – галлюцинация башлана, ҡорошҡаҡ тота, бәүел тотмай, аң юғала, йоҡоһоҙлоҡ йонсота, шулай уҡ, киреһенсә, йоҡо баҫыуы ла мөмкин.

Нимә эшләргә

Эҫе һуҡҡанда тиҙ ярҙам саҡырырға кәрәк. Табип килгәнсе, беренсе ярҙам күрһәтеү мотлаҡ: зыян күреүсене күләгәгә йәки яҡшы вентиляция булған бинаға, йылылыҡ сығанағынан алыҫҡараҡ, һалҡынға күсерергә, мотлаҡ арҡаһына ятҡырырға һәм һауа елпеп торорға кәрәк. Башы һәм аяғы аҫтына ниндәй ҙә булһа әйбер һалынырға тейеш. Уның өҫ кейемен һалдырыу, бигерәк тә муйынын һәм күкрәген ҡыҫып торған кейемдәрҙән азат итеү, салбар ҡайышын бушатыу, әгәр кейем синтетика йәки ҡалын туҡыманан икән, уны бөтөнләй систереү зарур. Тәнен еүеш простыня менән урарға йәки һалҡын һыу бөркөп торорға кәрәк. Битен һалҡын һыу менән йыуығыҙ. Шәкәр йәки тоҙ менән болғатып, күп итеп һалҡынса һыу, минераль һыу булһа яҡшыраҡ, эсерегеҙ. Валериана төнәтмәһе ныҡ ярҙам итә: стакандың өстән бер өлөшө һалынған һыуға 20 тамсы тамыҙып бирегеҙ. Әгәр зыян күреүсенең хәл-торошо мөмкинлек бирһә, уға ҡаты сәй йәки кофе эсерергә мөмкин. Башына һалҡын компресс ҡуйығыҙ. Водитель аптечкаһындағы гипотермик пакетты файҙаланырға ла була. Кешенең аңы томаланғанда уға нашатыр спирты быуҙарын еҫкәтергә, ҡолаҡ япраҡтарын, өҫкө иренен ныҡ итеп ыуырға кәрәк. Тын алышы йәки йөрәге туҡтағанда яһалма һулыш алдырығыҙ, тын ала башлағансы һәм пульсы барлыҡҡа килгәнсе йөрәгенә массаж эшләгеҙ.

Эҫе һуҡҡандан һуң табиптар бер нисә көн урында ятырға кәңәш итә. Ошо ваҡытта организмда нервылар системаһы, ҡан әйләнеше, ҡайһы бер биохимик реакциялар эшмәкәрлеге тергеҙелә.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас