Бөтә яңылыҡтар

БУРАЛАРҒА УҢЫШ МУЛ ҺАЛЫНА

Район хужалыҡтарында уңыш йыйыу йылдам дауам итә. Ошо юлдар авторы яңыраҡ шәхси йүнсел Арсен яҡтарында И. Ситиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы һәм Таҙларҙа “Луч-Агро” ЯСЙ-һы баҫыуҙарында булып, ҡырсыларҙың эше менән яҡындан танышып ҡайтты.

Район хужалыҡтарында уңыш йыйыу йылдам дауам итә. Ошо юлдар авторы яңыраҡ шәхси йүнсел Арсен яҡтарында И. Ситиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы һәм Таҙларҙа “Луч-Агро” ЯСЙ-һы баҫыуҙарында булып, ҡырсыларҙың эше менән яҡындан танышып ҡайтты.

Тәүге хужалыҡта һоло уңышы гектарынан 29,5 ц тәшкил итә, ә 160 гектарҙа сәселгән арпа баҫыуында уңыш йыйыу бара. Гектар ҡеүәте – 27, 2 ц. Әлеге ваҡытта ҡырсылар арпа уңышын йыйыуҙы ваҡытлыса туҡтатып, элита сортлы бойҙай баҫыуына төшөргә әҙерләнә. Көндәр боҙолмаҫ әүәл, орлоҡҡа тигән бөртөклөләрҙе тәү сиратта йыйнап алыуҙы етәкселек хуп күрә. Бер ыңғайҙан улар таҙартылып бураларға һалынасаҡ. Ул аҙаҡтан районыбыҙҙың башҡа хужалыҡтарына үҙ-ара килешеү нигеҙендә таратыласаҡ. Ислам Ситиновтың фаразлауынса, элиталы бойҙай баҫыуынан уңыш гектарынан 30 центнерҙан да кәм булмаясаҡ. Әйткәндәй, ужым арышын сәсеүгә төшөүгә лә был хужалыҡта техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Ҡышҡылыҡҡа малдарға 4 мең центнер бесән әҙерләнгән, әлеге ваҡытта 30 тонна һалам пресланған.

Фермер Ислам Ҡыуанысғәли улы әйтеүенсә, хужалыҡта механизатор кадрҙарына, яғыулыҡ-майлау материалына ҡытлыҡ кисерелмәй. Ҡырсыларға ашнаҡсы Әминә Бикбаева ике тапҡыр ҡайнар аш ойоштора. Уның һүҙҙәренә иғтибар итәйек.

– Ниндәй аҙыҡ-түлек һорайым, етәксе барыһын да килтерә. Менюға даими 1-се һәм 2-се блюдоларҙы индерәм, йәшелсәнән салат, ҡайһы саҡ ит бәлештәрен дә бешереп торам, – ти тәжрибәле ашнаҡсы. Ул оҙаҡ йылдар башланғыс мәктәп уҡыусыларына ҡайнар аш бешергән, ә был хужалыҡта Әминә икенсе йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡырсыларҙың ихтирамын яулап та өлгөргән.

Әгәр ҙә районыбыҙҙың ҡайһы бер хужалыҡтарында механизаторҙарға ҡытлыҡ булһа, ә был хужалыҡта – киреһенсә.

– Эш хаҡын ай һайын хужабыҙ аҡсалата түләй, ҡышҡылыҡҡа малдарыбыҙға бесән әҙерләп мәшәҡәтләнмәйбеҙ ҙә – әҙерләп килтерәләр. Кәрәк икән, һоло, бойҙайын эш хаҡы иҫәбенә алабыҙ. Ашатыу бик яҡшы ойошторола. Ошоғаса коллективта бергә эшләгән бер генә механизатор ҙа эшен ташлап китергә йыйынмай, – ти хужалыҡтың иң тәжрибәле водителдәренең береһе Мансур Желкобаев. Уның эш стажы 40 йылдан ашыу. Комбайнерҙар Сергей Турбин менән Динис Новоселов та йылдың йылына хужалыҡтың уңыш йыйыу эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уларҙың да етәкселеккә дәғүәләре юҡ.

“Луч-Агро” ЯСЙ-һында ла (етәксеһе А. Зотов) ҡыҙыу ураҡ эштәре бара. Хужалыҡтың автотрактор паркында механик (үҙе тимер ҡырыу оҫтаһы ла) Михаил Макаров баҫыу эштәрендә ҡатнашҡан барлыҡ техниканың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Ә ырҙын табағында Роберт Ишбирҙин яңы уңышты ҡабул итә, элиталы бойҙайҙы таҙартып, бураларға урынлаштырыуҙы хәстәрләй. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта был хужалыҡта 40 тонна арпа һәм 40 тонна һоло, 50 тонна элиталы бойҙай “Экада-109” сорты орлоҡҡа таҙартылып, һаҡлауға ҡуйылған. Райондың баш агрономы Рафиҡ Алтынсурин әйтеүенсә, башлыса элиталы бойҙай орлоғо район хужалыҡтары өсөн 2018 йылдың сәсеү кампанияһында тотоноласаҡ. Әлбиттә, билдәле хаҡҡа.

Александр Зотовтың хужалығында һоло уңышы әле йыйыла, ә 90 гектарҙағы ужым бойҙайы гектарынан 22 центнер уңыш биргән. Бер мәлдә ужым бойҙайы ла сәселә. Ул эш 67 гектар майҙанда башҡарылған. Был эштә механизаторҙар Рәил Дәминев менән Александр Куличкин тырышлыҡ күрһәтә. “Луч-Агро” хужалығында ла баҫыу эшсәндәренә ике тапҡыр ҡайнар аш ойошторола, яғыулыҡ-майлау материалы етешә.

Ике хужалыҡта ла уңыштың юғары булыуы ҡырсыларҙың кәйефен күтәрә, эштәренә дәрт өҫтәй.
Читайте нас: