16 октябрҙә район хакимиәтенең бәләкәй залында ғәҙәттән тыш комиссияның ултырышы үткәрелде. Был сираттан тыш кәңәшмә Туймазы районында бешмә ауырыуы барлыҡҡа килеүгә бәйле булып, Ейәнсура районы территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы иҫкәртеүгә арналды һәм уны комиссия рәйесе, МР хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары С. Йәрмөхәмәтов алып барҙы. Кәңәшмәлә район ветстанция белгестәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.
– Беренсе булып бешмә ауырыуы Туймазы районында теркәлде. Әлеге ваҡытта республика етәкселеге биргән мәғлүмәттәр буйынса, бешмә ауырыуы килтергән зыян – 35 млн тирәһе. Белеүегеҙсә, ауырыу Туймазы районының Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт ауылдарында һәм Ҡандралағы “Нур” ЯСЙ-нда асыҡланды. Өс ауылда бөтәһе 928 баш мал(486-һы эре мал) юҡ ителде. Ауырыу сығанағы булып документһыҙ “Нур” КФХ-на Үҙәк Азиянан килтерелгән, был сир менән ауырып шәбәйгән һарыҡтар тора, – тип билдәләне үҙенең сығышында С.Йәрмөхәмәтов.
Райветстанция етәксеһе Т. Аҡбалин иғтибарҙы бешмә ауырыуының билдәләренә йүнәлтте.
– Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу,
ауыҙ һәм
танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә эрозия барлыҡҡа килеү хас.
Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән температураһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә. Уны йөрөтөүселәр һәм таратыусылар булып башлыса һарыҡ-кәзә, һыйыр-ат, сусҡа тора. һирәк осраҡта эт һәм бесәйҙән дә йоҡторорға мөмкин. Был вирусты стандарт дезинфициялау саралары менән, туңдырып, йә иһә киптереп кенә бөтөрөп булмай. Уның активлығы һыуҙа һәм тупраҡта йыл дауамында һаҡлана һәм уны ультрофиолет нурҙар ярҙамында йәки һелтеле эретмәләр менән эшкәртеп кенә бөтөрөп була.
Туймазы районында карантин посында беҙҙең райондан БР ветеринар идаралығының Баймаҡ территориаль бүлеге төп белгес-эксперты Р. Абдрахманов та булған.
– Һыйыр һәм һарыҡтарға үлемесле укол эшләйҙәр, унан һуң КамАЗ-дарға тейәп мал ҡәберлегенә алып барып яндыралар. Мал хужаларының хәлен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Эзбизды йөк машиналары менән килтерәләр, ауылдан сыҡҡанда ит һәм йәшелсәләрҙе алып ҡалалар. Бешмә сығанағы булып торған ауылдарҙа ҡаты карантин иғлан ителгән, уларға тик прописка буйынса һәм дезинфикция үткәндән һуң ғына инеп була. Бөтә ерҙә лә санитар барьерҙар ҡуйылған, юл буйҙары һөрөлгән. Был ауырыу Башҡортостанда 40 йыл дауамында күҙәтелмәгән. Ә кешелек тарихында бөтәһе 40 кешенең ошо вирус менән зарарланыуы теркәлгән, уларының да күбеһе лаборатор-эксперименталь юл менән, –тип үҙ сығышында тарихҡа байҡау яһап үтте.
Әлеге ваҡытта йоғошло ауырыу Бүздәк районы Кәпәй-Ҡобау ауылының "Киҙәш" хужалығында аҫралған алты баш һыйыр малында ла табылған. Вирустың барлығы анализ һөҙөмтәләренән билдәле була. 146 баш малды юҡ итеү күҙаллана. Ә ауыл биләмәһендә вирустың барлығы теркәлмәгән. Бар йорт хайуандарына ла прививка эшләнелгән.
Премьер-министр урынбаҫары И.Мөхәмәтдинов һүҙҙәре буйынса, Бүздәк, Туймазы, Шаран райондарындағы хужалыҡтарҙағы һәм шәхси ҡураларҙағы малдарҙан 3,5 мең проба анализға алынған. Бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә.
Ултырыш аҙағында беҙҙең район территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы булдырмау тураһында ҡарар ҡабул ителде.