Бөтә яңылыҡтар

ҠЫШ ҺЫУЫҒЫ ҠУРҠЫТМАЙ

“Ҡыуандыҡ” ЯСЙ-һында мал ҡышлатыу көйлө бара.

“Ҡыуандыҡ” ЯСЙ-һында мал ҡышлатыу көйлө бара. Алдан хәстәрләнгән 3500 центнер бесән, 1500 центнер һалам мал аҙығы базаһының ныҡлы булыуы тураһында һөйләй, ашатыуҙа наҡыҫлыҡ юҡ, мал-тыуар көр. Әйткәндәй, хужалыҡта 201 баш һыйыр малы, 5 ат бар. ЯСЙ һөт планын һәр саҡ арттырып үтәй. 11 айҙа 2385 центнер һөт етештерелгән.
Ойошмала эшселәр үҙ-ара татыу һәм килешеп эшләй, етәкселек бигерәк тә көтөүселәр Лотфулла Солтанбаевтың, Вәкил Аҡсуриндың, Ғүмәр Ейәнбирҙиндың, һауынсылар Люда Юлдашеваның, Гөлгенә Искәндәрованың тырышлығын билдәләне.
Мал
ҡышлатыу еңел эш түгел, әммә уҙған йылдар дауамында тупланған тәжрибә,
малдарҙың ҡырыҫ һауа шарттарына яраҡлашып тәрбиәләнеүе был өлкәлә хәүеф
тыуҙырмай. Район хужалыҡтарының барыһында ла малсыларҙың еңел булмаған
хеҙмәтендә уңыштар насип булһын.
Читайте нас: