Бөтә яңылыҡтар

МАЛ-ТЫУАРҘЫ ТАМҒАЛАУ МОТЛАҠ

Яңы ҡануниәткә ярашлы мал-тыуарҙы биркалау мотлаҡ. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Ришат Мәҡсүтов беҙгә ошо хаҡта һөйләне.

Яңы ҡануниәткә ярашлы мал-тыуарҙы биркалау мотлаҡ. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Ришат Мәҡсүтов беҙгә ошо хаҡта һөйләне.
– Ауыл хужалығы йүнәлешенә ҡараған йорт хайуандарын тамғалау “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы хайуандарын көтөүҙә, ҡыуыуҙа тәртип булдырыу” тураһында 404-з һанлы Законға таянып башҡарыла. Был мал хужаларының яуаплылығын арттырыу, ҡарауһыҙ йөрөгән малдар күренешен бөтөрөү, район территорияһында эпизоотик һәм санитар-эпидемиологик хәл-торошто яҡшыртыу өсөн эшләнелә. Ысул шулай уҡ районға санкцияһыҙ индерелгән мал-тыуар осрағын үҙ ваҡытында йәһәт кенә асыҡлау өсөн уңайлы. Районда йәшәгән халыҡ малын мотлаҡ тамғаларға бурыслы.
Быға тиклем тамғаланмаған, районға ҡырҙан ҡайтарылған, йәки яңыраҡ тыуған мал-тыуар биркалана. Малдың ҡолағына шәхси һаны яҙылған бирка беркетелә.
– Тамғалау барышы дөрөҫ үтеүен кем күҙәтә?
– Ауыл биләмәһе хакимиәтендә иҫәп буйынса белгес ауыл хужалығы малдары тамғаланыуға яуаплы. Ул журналға малдың дүрт һандан торған махсус билдәләүен яҙып, иҫәп алып бара. Журналдың һәр бите мисәт, махсус һан менән нығытылып, тегелеп барылырға тейеш. Биркаланған малды журналға теркәп ҡуйыу мотлаҡ. Биркаһыҙ һатып алынған малды хужаһы һатып алғандан һуң 30 көн эсендә журналға теркәтергә тейеш. Мал урланһа, һуйылһа, йә үлһә, был хаҡта журналда билдә ҡуйыла. Малды һуйған осраҡта уның биркаһы ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырыла, журналда ошо йәһәттән белешмә бирелеүе теркәлеп ҡуйыла. Ул биркалы малдарға ғына бирелә. Тапшырылған бирка шул уҡ хужаһы тарафынан ҡабатлап файҙаланыла ала.
– Тамғалау процедураһын кем башҡара?
– “Ейәнсура районы ветеринар станцияһы” ДБУ-һы белгестәре килешеү буйынса йә урынға барып, йә башҡа урында биркалай. Был процедура профилактик прививка, йә малдарҙы медик тикшереү менән бер ваҡытта үтергә мөмкин. Тамғалағандан һуң ундағы һанды ветеринар белгес малдың паспортына яҙып ҡуя. Яңы тыуған мал бер ай, иң күбендә ике айҙан да ҡалмай биркаланырға тейеш.
– Бирка юғалһа, мал хужаһына ни эшләргә?
– Бирка боҙолһа, йә юғалһа, мал хужаһы был хаҡта ауыл Советына, ветеринар станцияға еткерергә тейеш. Хайуандарҙы сираттағы биркалау барышында биркаһы юғалған мал ҡабаттан тамғалана. Малды кемгәлер биргәндә хужаһы 3 көн эсендә ошо территориялағы ветеринар белгескә хәбәр итергә бурыслы. Мал-тыуарҙы тамғалау тәртибен боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге законына ярашлы яуаплылыҡ ҡаралған. Биркалау барышын ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм дәүләт ветеринар хеҙмәтенең вазифалы кешеләре контролдә тота.
– Әле ҡайһы ауыл биләмәләрендә тамғалау үтте?
– Был эш барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте. Бикбау, Яңы Петровка, Яңы Себенле ауыл Советтарында был эшкә яуаплы ҡаранылар, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамамлап ҡуйҙылар. Сиратта аттарҙы тамғалау мәсьәләһе тора. Был эш ҡар ятып, аттар тибендән ҡайтҡас атҡарыласаҡ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт.
Читайте нас: