Бөтә яңылыҡтар

СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ЯҠЛЫЛАР

Һәр ауылда ла әүҙем тормош алып барған, үҙенең йәшәү рәүеше менән халыҡты ҡыуандырып йәшәгән ғаиләләр бар. Яңы Петровка ауылынан Сергей һәм Роза Шеиндарҙы шуларҙың рәтенә индерергә була.

Һәр ауылда ла әүҙем тормош алып барған, үҙенең йәшәү рәүеше менән халыҡты ҡыуандырып йәшәгән ғаиләләр бар. Яңы Петровка ауылынан Сергей һәм Роза Шеиндарҙы шуларҙың рәтенә индерергә була. Миңә, балаларыбыҙ бергә уҡый башлағас, улар менән танышыу мөмкинлеге тейҙе. Ата-әсәләр комитетының алыштырғыһыҙ ағзалары, һәр сараның уртаһында ҡайнап йөрөйҙәр, уларҙан һәр ваҡыт көс-дәрт бөркөлөп тора.
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Саҙалы ауылында тыуып, Һүрәм-Саҙалы йылғаларында ҡойоноп, биш балалы татыу ғаиләлә эштә сынығып үҫә Роза Ғәлимйән ҡыҙы. Аталары заманына күрә уҡымышлы, ете класс белемле кеше була. Балаларын бөтәһен дә спортҡа ылыҡтырған, уларҙы шахмат-шашка уйнарға өйрәткән. Бәләкәйҙән уларҙың һәр береһендә саңғы, хатта коньки була. Әсәләре Нәсихә инәй ҙә спорт менән дуҫ, сәсән телле, йыр-моңға ғашиҡ кеше, балаларында туған телгә, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй. Алдынғы ҡарашлы кешеләр баҫым яһамай ғына балаларына киләсәктә кәрәкле, үҙҙәренең күңеленә оҡшаған һөнәргә эйә булырлыҡ итеп үҫтерә.
Саҙалыла башланғыс мәктәпте тамамлап, дүртенсегә Сирғол урта мәктәбенә уҡырға бара Роза апай. Бәләкәй саҡта бейеүсе булып, данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамблендә бейергә хыялланған ҡыҙҙың буйы маҡсатын тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Буй үҫтерәм тип ныҡлап физик күнекмәләр эшләй башлай һәм спортҡа ылығып китеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Мәктәптә яҡшы билдәләренә уҡыған ҡыҙ Кумертау физкультура училищеһына уҡырға бара һәм уны тамамлап йүнәлтмә буйынса Яңы Петровка мәктәбенә эшкә төшә. Ошонда буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Ул ваҡытта Сергей Алексеевич “Заветы Ильича” колхозында механизатор булып эшләп йөрөгән була. Унда ойоштороу һәләте барлығын күреп, Яңы Петровка мәктәбенә өлкән класс уҡыусыларына хеҙмәткә өйрәтеү уҡытыусыһы итеп саҡыралар, тора-бара хәрби әҙерлек һәм ОБЖ дәрестәрен ышанып тапшыра мәктәп етәкселеге. Ул уҡытҡан егеттәрҙең ҡайһы берҙәре әлеге көндә лә “Новопетровск” КФХ-нда эшләп йөрөй.
– Сергей күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, 6-сы кластан Кумертауҙа мәктәп-интернатта уҡый. Яратып спорт менән шөғөлләнә, төрлө секцияларға йөрөй. Уҡыған ваҡытында конькиҙа йүгереү буйынса мәктәп һәм ҡала ярыштарында актив ҡатнаша,– тип һөйләй иптәшенең спортҡа булған ҡыҙыҡһыныуы тураһында Роза Ғәлимйән ҡыҙы. Әлеге ваҡытта Сергей Алексеевич ҡыҫҡартыуға эләккәндән һуң өйҙә, ҙур хужалыҡты алып барыу өсөн дә байтаҡ көс кәрәк бит. Күпләп һыйыр, ат аҫырайҙар. Малайҙары Руслан менән Рөстәм дә хеҙмәткә өйрәнеп үҫһен өсөн йорт ҡуяндары алып бирәләр. Улар ата-әсәне ҡыуандырып эшкә тырыш, һәр яҡлап ярҙамсылар. Роза апайҙың бейеүсе булыу теләге тормошҡа ашмаһа ла, улдары сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеп, сәхнәләрҙе бер итеп бейеп йөрөйҙәр. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-се курсында белем алып йөрөгән Руслан спорт һәм бейеү менән мауығыуын ташламай, студент тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Ағаһынан ҡалышмай, Рөстәм дә бик матур бейей, ҡурайҙа ла уйнай, әлеге ваҡытта 2-се һанлы мәктәптең 6-сы башҡорт класында уҡый. Балаларының һәм уҡыусыларының уңыштары менән ғорурланып та, һоҡланып та һөйләй Роза апай.
– Физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙ иткәнемә һис үкенмәйем, сөнки балаларҙы ныҡ яратам, улар мине ярата, — ти Роза Ғәлимйән ҡыҙы. – Спорт менән күберәк шөғөлләнгән һайын, уның файҙаһы һиңә икеләтә-өсләтә әйләнеп ҡайта.
Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Балаларҙың еңеү менән балҡыған йөҙҙәрен күреү үҙе бер ҡыуаныс өҫтәһә, сәләмәт тормош һайлаған ҡатын үҙе лә, тормош иптәше Сергей Алексеевич та, элеккесә йәш тә, дәртле лә, сая ла булып, киләсәккә бынамын тигән пландар ҡороп, изге ниәттәр менән янып йәшәй.

Читайте нас: