Бөтә яңылыҡтар

ИНВЕСТИЦИЯ ПРОЕКТТАРЫ ӨМӨТ УЯТА

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-Премьеры, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов беҙҙең районда эшлекле сәфәрҙә булды.

6 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-Премьеры, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов БСТ каналы, «Юлдаш” радиоһы хәбәрселәре оҙатыуында беҙҙең районда эшлекле сәфәрҙә булды.
Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың хәтеренә төшөрөп үтәйек – ҡырҡ йәшлек Илшат Илдус улы юғары дәүләт власына яңы килгән йәш чиновниктарҙың береһе, ул Башҡорт дәүләт аграр университетын, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт идаралығы Академияһын, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт менән идара итеү Рәсәй Академияһын тамамлаған, министрлыҡҡа тиклем Башҡортостандың Дәүләкән районы хакимиәте башлығы булып эшләгән.
Юғары ҡунаҡтың килеү маҡсаты – районда ауыл хужалығы өлкәһендә инвестицион проекттарҙың тормошҡа ашыу кимәле, яҙғы баҫыу эштәре, малсылыҡ һәм һарыҡсылыҡ өлкәһендәге хәл-торош менән танышыу ине.
Иң тәүҙә барыһы ла Ҡужабаҡ ауылына яҡын ике баҫыуҙа ҡеүәтле, заманса, сит ил маркалы аграр машиналарҙа сәсеү барышын күҙәтте. Был баҫыуға ни эшләп фәҡәт арпа сәселеүе, уның иген культуралары рәтендә ниндәй урын биләүе менән ҡыҙыҡһындылар. Министрҙың инвестор, "А7-Агро"ЯСЙ-һы етәксеһе Алексей Витальевичтың артабанғы ниәттәрен белгеһе килде. Алексей Витальевич әле һөт етештереү, иген сәсеү кеүек эштәр барһа, киләсәктә ҡымыҙ етештереү, йәшелсә сәсеү, мөмкинлек булһа, балыҡсылыҡ һәм башҡа яңы өлкәләрҙә көсөн һынап ҡарарға теләүҙәрен әйтте. Үҫемлекселектә баҫыуҙарҙы һуғарыу системаһын киң ҡулланышҡа индерергә ниәтләйҙәр, сөнки үҙгәреп торған тәбиғәт шарттарында һирәк-һаяҡ яуған ямғырҙар менән эште әллә ни ыратып булмай, тине.
– Иң мөһиме, нимәгә генә тотонһаҡ та, донъя кимәлендәге аграр технологияларҙы үҙ климатыбыҙға ҡулайлаштырып ҡулланып ҡараясаҡбыҙ. Әлбиттә, сығымдар күп, әммә беҙҙең финанс мөмкинлектәре киң. Мәҫәлән, бында, инвестор булараҡ, 550 миллион тирәһе аҡса тотондом. Инвесторлыҡ өлкәһендә һыр бирмәйбеҙ, әммә һәр өлкәлә лә дәүләттән субсидия алыуҙы планлаштырабыҙ, ҡайһы бер осраҡ буйынса был ярҙамды алғаныбыҙ ҙа бар”, – ти белдерҙе генераль директор Алексей Комаровских.
– Ҙур хыялдар менән эшкә тотоноуығыҙ ҡыуандыра, шулай ҙа, бигерәк тә аграрийҙарҙың, барыһы ла яҡшы булыуға ышанабыҙ, өмөтләнәбеҙ, тип әйтергә яратыуын яҡшы беләм, – тине министр Илшат Файзрахманов кинәйәләп.
Артабан Яңы Себенле ауыл биләмәһендә урынлашҡан, "А7-Агро" ЯСЙ-һы идара иткән һөт етештереү ферма комплексы менән танышыу булды.
Махсус халаттар, бахил, башлыҡ кейеп делегаттар тоҡомло һыйырҙар аҫралған фермаға инде, барыһы ла малдарҙың көр, таҙа булыуына, тирә-йүндә уларҙы туҡландырыу, быҙауҙарын ҡабул итеү, йәш таналарҙы тәрбиәләү, һауып алынған һөттө яҡшы сифатлы һаҡлау өсөн барлыҡ заманса технология ҡаҙаныштары булыуына иғтибар бирҙе. Егермеләп эшсе үҙ бурысын яҡшы белә, шулай ҙа, эш күләме артһа, улар һанын йәнә бишәүгә арттырмаҡсылар.
Компанияның генераль директоры Алексей Комаровских һәм район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин камералар алдында күп һанлы һорауҙарға мөмкин тиклем йөкмәткеле яуаптар бирҙе.
Бер объекттан икенсе объектҡа күскән саҡта инвесторға баш ҡала журналистары тормош юлына ҡағылышлы һорауҙар ҙа бирҙе, ни тиһәң дә, ҡырҡ өс йәшлек Алексей Витальевичтың, миллионерҙың, бизнес өлкәһендә баш әйләндерерлек уңыштарға өлгәшеү серҙәре барыһына ла ҡыҙыҡ ине. Бизнесмен әллә ни ҡыйынһынмай үҙенең тормош юлы хаҡында ҡыҫҡаса бәйән итте.
Алексей Комаровских Силәбе өлкәһе Калининск ҡасабаһында тыуған, 1992 йылда Чита өлкәһе Куанда ҡасабаһы урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Ырымбурға йәшәргә күсәләр. Егет биш йыл уҡып, Ырымбур дәүләт аграр университетында “Иҡтисад һәм аграр сәнәғәт менән идара итеү” белгеслегенә ҡыҙыл диплом ала. 1998-2000 йылдарҙа аспирантурала уҡый, шул уҡ ваҡытта студенттарға белем бирә. “Сәнәғәт һәм көнкүреш объекттарын электр уты менән тәьмин итеү. Төҙөлөш сәнәғәтен ойоштороу” белгеслеге буйынса махсус юғары белем курстарын үтә. 1997-2000 йылдарҙа иҡтисад буйынса әйҙәүсе белгес, етәксе, 2000-2003 йылдарҙа “Ырымбур сауҙа-финанс компанияһы” ЯСЙ-һы директоры, 2000-2003 йылдарҙа перспективалы үҫеш компанияһы директоры урынбаҫары, 2000-2007 йылдарҙа «Газ һәм нефть-Транс» компанияһы генераль директоры вазифаларын башҡара.
2009 йылда Ырымбур өлкәһе сауҙа-сәнәғәт палатаһында «Йыл персонаһы” номинацияһында еңә.
Һунарсылыҡ һәм спорттың экстремаль төрҙәре менән мауыға. Олимпия чемпиондарын әҙерләүгә индергән өлөшө өсөн федераль спорт президиумынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Алексей Витальевич оҙаҡ йылдар мәрхәмәтлек менән дә шөғөлләнә. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге хеҙмәтендә Комаровских 600-ҙән ашыу төрлө кимәлдәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырған, әлеге ваҡытта киң профилле биш компанияның генераль директоры булып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, Яңы Себенлеләге комплекс осраҡлы бизнесменға түгел, ә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә утты-һыуҙы кискән, йәш һәм белемле, төрлө өлкәлә оло тәжрибә туплаған, улар йәһәтенән Рәсәй эшҡыуарҙар форумдарында сығыш яһаған яҡшы оратор, финанс яғынан көслө инвестор ҡулдарына ышанып тапшырылған.
Сараның икенсе өлөшөндә делегаттар «Маяҡ» МУАХП-һы сәнәғәт майҙанына – Урал аръяғындағы һарыҡсылыҡ кластеры үҙәгенә йүнәлде. Белеүебеҙсә, бында күҙ уңында ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр кооперацияһы һүрәтләнә. Йәғни, “Маяҡ” фирмаһы базаһына таянып, районда һарыҡсылыҡта агрофраншиза (әҙер бизнес) бойомға аша (шәхси хужалыҡтар уртаҡ килешеү нигеҙендә тоҡомло һарыҡтарҙы үҙ ресурсы менән ҡышлатып бирә һәм кире тапшырғанда хеҙмәт хаҡы булараҡ 20 процент малды үҙендә ҡалдыра). Ойошма етәксеһе Дәмин Юланов үҙ бурыстарын яҡшы белә һәм үтәй, эшселәр тырыш һәм яуаплы, эш эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Министр Илшат Фазрахманов һәр өлкә буйынса ентекле һорашты һәм уларға яуапты иғтибарлап тыңланы.
Читайте нас: