Ил буйынса сираттағы тапҡыр ҡош киҙеүе таралған. Сир Пензаның бер ҡошсолоҡ фермаһынан килгән аҙыҡта бар тиҙәр. Пенза, Һамар, Орел өлкәләре ныҡ зыян күрә, ти, беҙҙең яҡтарға ла килеп еткән. Ишембай, Бәләбәй, Бүздәктәге магазиндарҙа ҡош киҙеүе сирле ит тапҡандар. Беҙҙең ветстанция ла тик ятмай – магазиндарҙа рейд үткәрә. Барлыҡ лавкаларҙы тикшерә алмайҙар, шулай ҙа Магнит, Пятерочкаларға күҙ һалғандар – Пенза продукцияһы табылған магазиндар ҙа булған. Шуға күрә, һаҡ булығыҙ, нимә ашағанығыҙҙы белеп ашағыҙ.
Ҡош ҡиҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу ул. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпайып тора. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ – сирле ҡош һәм уның тәбиғи хәжәте.
Ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә йоғорға мөмкин (сирле ҡошҡа ҡағылғанда, йәки сирле ҡош йомортҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда).
Ҡош киҙеүе, башҡа вируслы йоғошло сирҙәр кеүек үк, тиҙ үҙгәреүе – мутацияға бирелеүе менән хәүефле. Вирус яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә бик тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә ала. Ә бит кешелә ҡош киҙеүенә ҡаршы иммунитет юҡ һәм был сирҙе йоҡторған осраҡта хатта бына тигән һау-сәләмәт кеше лә ныҡ ауырырға мөмкин.
Кешелә ҡош киҙеүе билдәләре ҡәҙимге грипп билдәләренә оҡшаш: үтә юғары температура, ауыр тын алыу, йүткереү, тамаҡ һәм мускулдар ауыртыуы. Әгәр ҡошҡа ҡағылырға тура килгәндән һуң ниндәйҙер киҫкен респиратор (грипҡа оҡшаш) сир башланһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡош киҙеүенән профилактик саралар менән генә һаҡланырға була. Әгәр һеҙ йорт ҡоштары йәки декоратив ҡоштар аҫрайһығыҙ икән, уларҙың ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа тырышығыҙ. Бынан тыш, йыл да уларға профилактик тикшереү үткәртергә онотмағыҙ. Ҡош һатып алғанда мотлаҡ ветеринар-оҙатыу документтары булыуын һорағыҙ. Санкцияланмаған сауҙа урындарынан ҡош-ҡорт һатып алмағыҙ.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәләренә хужалыҡтарын ҡош киҙеүе вирусы инеүҙән һаҡлаусы түбәндәге сараларҙы күрергә саҡырабыҙ:
– ҡош-ҡортто тамғаларға һәм ирекле йөрөтмәҫкә;
– ҡош-ҡорт янына дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренән башҡа сит кешеләрҙе яҡын ебәрмәҫкә;
– ҡарау һәм эпизоотик саралар уҙғарыу өсөн дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре талап итеү менән ҡош-ҡортто күрһәтергә;
– тейешһеҙ урындарҙан, Рәсәйҙең ҡош киҙеүе йәһәтенән имен булмаған субъекттарынан һәм ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш ҡош-ҡорт, ҡошсолоҡ продукттары, ҡош еме һатып алыуға юл ҡуймаҫҡа;
– хужалыҡта аҫралған ҡоштарҙың ҡырағай ҡоштар менән бәйләнешен булдырмаҫҡа;
– ҡош-ҡорт аҫралған урындарҙы механик таҙартыуҙы һәм дезинфекциялауҙы тәьмин итергә; ҡош тиҙәген һәм башҡа тәбиғи хәжәтен алдан зарарһыҙландырмайынса сығарып түкмәҫкә;
– тирә-яҡ мөхитте ҡошсолоҡ продукттары һәм биологик ҡалдыҡтары менән бысратыуға юл ҡуймаҫҡа.
Бынан тыш, шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Ҡош-ҡортто махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә генә тәрбиәләгеҙ, был кейемдәрҙе даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ. Урамда үлгән ҡош күрһәгеҙ, ҡағылмағыҙ. Ҡырағай ҡоштар тупланған урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ.
Ҡошсолоҡ продукттарын аҙыҡ итеп файҙаланыр алдынан мотлаҡ ныҡлап бешерегеҙ. Ентекләп йыуылған ҡош итен кәмендә 30-40 минут бешерергә йәки ныҡ итеп ҡыҙҙырырға кәрәк. Омлет, йомортҡа тәбиәләре ныҡ ҡыҙҙырылырға тейеш. Йомортҡаны сейләй йәки яртылаш ҡына бешереп ашамағыҙ.
Ҡош-ҡортта йоғошло ауырыу билдәләре күренһә йәки быға шик тыуһа, ҡоштар күпләп үлһә, ҡош-ҡорт һәм ҡошсолоҡ продукцияһы, ем менән санкцияланмаған сауҙа итеү осраҡтары булһа, тиҙ арала 8-800-77-55-828 (бушлай) һәм 2-71-10 телефондары буйынса ветеринария хеҙмәте белгестәренә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.