Матур йолаға ярашлы, йылдың-йылы урып йыйыу эштәре тамамланып, мал ҡышлатыуға әҙерлек тамамланғас, районда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Быйыл да ошо күркәм йоланан тайпылмай, байрамға арналған тантаналы сара 5 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Галин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет эшмәкәрлеге рәйесе Әлфәрис Байсурин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Нагаев, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Самат Йәрмөхәмәтов ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары, ойошма-предприятиелар етәкселәре, хеҙмәтсәндәр, район Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Йыл да Республика кµнµ алдынан билдәләнгән байрамдың быйылғыһы Уҡытыусылар көнөнә тап килеүе уның мәртәбәһен уғата арттырҙы. Беҙҙең ерлек өсөн мөһим урын биләгән ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡытыусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың айырыуса уңышлы эшләгәндәре был тантанала үҙ баһаһын алды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда уҡығыҙ.