0 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Еңеүгә - 80 йыл
ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы Сельское хозяйство
19 Ноябрь 2018, 16:40
РАДИЙ ХӘБИРОВ «РЕСПУБЛИКАНЫ АЯҠҠА БАҪТЫРЫРҒА» ТӘҠДИМ ИТТЕ
«Һауа шарттарының ҡапыл насарайыуы, боҙлауыҡ булыуы һәм боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле юл-транспорт ваҡиғаларының һаны артты. 17 ноябрҙә республика юлдарында һигеҙ кеше һәләк булды», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
19 ноябрҙә республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең докладынан башланы. Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала (2018 йылдың 12-18 ноябрендә) республика юлдарындағы автоһәләкәттәрҙә 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 87-һе йәрәхәтләнгән.
«Һауа шарттарының ҡапыл насарайыуы, боҙлауыҡ булыуы һәм боҙло ямғыр яуыуы сәбәпле юл-транспорт ваҡиғаларының һаны артты. 17 ноябрҙә республика юлдарында һигеҙ кеше һәләк булды», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан етәксеһе Башгидрометүҙәк вәкилдәренән дә республика халҡын яҡынлашып килгән боҙло ямғыр хаҡында алдан иҫкәртеү һәм ошондай күп ҡорбандарға юл ҡуймау мөмкин түгел инеме, тип хәлде аңлатыуҙарын һораны.
«Был күренеште алдан фаразлау ауыр. Беҙ уны факт буйынса ғына күрә алабыҙ, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә синоптик. — Шуны ғына әйтә алам: шәмбе көндө күҙәтелгән күренеш бөтә ерҙә лә булды, ләкин ултырмалар күләме буйынса 5 миллиметрҙан ашманы, шуға күрә «шторм» тураһында хәбәр ебәрмәнек».
Радий Хәбиров хәбәр итеү параметрҙарын яңынан ҡарауҙарын һораны һәм «һигеҙ мәйет йыйып йөрөгәнсе, республиканы аяҡҡа баҫтырыу яҡшыраҡ», тине.
17 ноябрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә насар һауа шарттарына бәйле хәрәкәтте сикләргә
ҡушты
.
http://www.bashinform.ru/news/1240211-radiy-khabirov-posle-massovoy-gibeli-lyudey-v-dtp-predlozhil-stavit-respubliku-na-ushi/
Читайте нас: