Ошо һорау күптәрҙең башын ярайһы ғына ҡатыра. Күпләп мал тотһаң уңырһыңмы, әллә башҡа шөғөл менән булышһаңмы? Ауыл халҡының бер өлөшө был һорауға яуап тапҡан: ҡара тирен түгеп, көндө-төнгә ялғап, мал тота. Шундай егәрле кешеләр Элмәле ауылында ла йәшәй, атап әйткәндә, Ғәни һәм Гөлгөнә Юлдыбаевтар. Улар «Элмәле» ЯСЙ-һы ауыл хужалығы предприятиеһы ойоштороп, ошо көндә эшкәртелеүсе баҫыуҙары, сабынлыҡтарынан, техникаһынан тыш, 130 ат, 80 һыйыр, 10 баш сусҡа, 60 һарыҡ, 20 кәзә аҫрайҙар. Алынған йылҡы, һыйыр һәм ваҡ мал продукцияһы әрәм ителмәй эшкәртелә. Гөлгөнә Даръял ҡыҙы әйтеүенсә, сауҙа итеү өсөн Ҡыуандыҡ ҡалаһы баҙарын һайлағандар, үҙҙәренең һатып алыусылары улар килгәнде көтөп тора икән. Йылҡы малы һуйылһа, ҡартанан башлап ялы, ҡарын, ҡаҙы эшкәртелеп, үҙ алыусыларын таба. Яңыраҡ ҡына тағы бер ат һуйып һатҡандар. Йәйгә сыҡҡас, көн дә ҡымыҙ эшләйҙәр, уны халыҡҡа һаталар, ҡыш файҙаланыу өсөн туңдырғысҡа ла һалалар икән.
– Әбйәлил ҡыҙы булараҡ, милли эсемлек – буҙа ла эшләйем, уны мин ҡарт өләсәйем Нәфисәнән өйрәндем. Экологик яҡтан таҙа был эсемлекте һабантуйға ла әҙерләйем. Һыйыр малына килгәндә, ағын әрәм итмәй генә ҡатыҡ, май, эремсекле сыр, эретелгән һәм сейәле май, һөт, ит менән сауҙа итәбеҙ. Район күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә йыш ҡына ҡатнашабыҙ. Унда продукциябыҙҙы күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, һатабыҙ ҙа. Был күргәҙмәләр файҙалы, тип уйлайым. Дөйөм алғанда, эшләргә теләк һәм дәрт булыуы кәрәк, – ти Гөлгөнә Юлдыбаева.
Күптән эшләп килгән бәләкәй генә ауыл хужалығы предприятиеһы, заман ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ йүнен үҙе йүнләп, йәшәргә тырыша.