Бөтә яңылыҡтар

Бесән әҙерләүгә ҡыҙыу тотонғандар

Мәғлүмәт алыр өсөн кәрәк кешебеҙҙе машина-трактор паркында осраттыҡ. “Новопетровское” крәҫтиән хужалығы ЯСЙ-һы етәксеһе Евгений Александрович Кириков әйтеүенсә, хужалыҡта бөгөнгө көндә мал аҙығы – бесән әҙерләү ҡыҙыу бара.

Мәғлүмәт алыр өсөн кәрәк кешебеҙҙе машина-трактор паркында осраттыҡ. “Новопетровское” крәҫтиән хужалығы ЯСЙ-һы етәксеһе Евгений Александрович Кириков әйтеүенсә, хужалыҡта бөгөнгө көндә мал аҙығы – бесән әҙерләү ҡыҙыу бара. 25 июнгә ҡарата 75 гектар күпъйыллыҡ үлән, 80 гектар тәбиғи үлән сабып, төргәктәргә төрөлгәйне. Ғөмүмән алғанда, ЯСЙ-ның 2600 гектар ерендә төрлө культуралы үҫемлектәр, шул иҫәптән 1398 гектарҙа бөртөклөләр үҫә – урып һуғыу эштәре ҡыҙыу булмаҡсы. 15 берәмек техника һәм уларға тағылмалар миҙгелле эштәрҙе ваҡытында башҡарыуға мөмкинлек бирә. Бындағылар бер нисә яңы комбайн, бер нисә трактор булыуы, ҡалғандарының да яңыртылыуы ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
“Хужалыҡта аҫралған ит тоҡомло 780 баш һыйыр малына һәр йылдағыса мал аҙығы мулдан әҙерләйәсәкбеҙ”, – ти механизаторҙар, әйткәндәй, мал һаны үткән йыл 500 баш булған, быйыл, күреүебеҙсә, күпкә артҡан. Ветеринар табип Мозафар Ғәйнизаров уларҙың сәләмәтлеге яҡшы булыуын һөйләне.
Быйыл район хакимиәте Почет грамотаһына Илья Кощеев, Сергей Никишин, Артур Лукиш лайыҡ булған, ә Игорь Вавилов иһә БР Ауыл хужалығы министрлығынан Маҡтау ҡағыҙы менән дәртләндерелгән.
27 йәшлек Иля Кощеев Дон-1500 комбайнында, кәрәк булһа, “Белорусь” руле артына ултыра. Егет эшенән зарланмай, эш хаҡының карточкаға ваҡытында күсеүе, уның ауыл еренә ҡарата яҡшы уҡ суммалы булыу оҡшай. Илья хужалыҡтың универсаль эшсеһенә әүерелгән, йыл әйләнәһенә уға эш табылып тора, төп тәғәйенләнеше – малдарҙың туҡланыуын даими тәьмин итеү.
Иген һаҡлау келәте етәксеһе Александр Сергеевич Квасов ауыл хужалығында 2001 йылдан алып тир түгә, әлеге эшендә “Заветы Ильича” колхозында туплаған тәжрибәһе ярҙам итә. Ул моторист Владимир Васильевич Никитиндың тырышлығын билдәләп үтте. Ырҙын 15 мең тонна игенде һыйҙырырға һәләтле, үткән йыл бында 12 мең тонна иген ҡайтанан эшкәртелеп, фураж булып урындағы хужалыҡ малын ашатырға, йәнә халыҡҡа һатырға йүнәлтелгән. Иген һаҡланған корпус (биналары 1980 йылдарҙа төҙөлгән) металл конструкцияға эйә, байтаҡ эш автоматлаштырылған.
–“Новопетровское” крәҫтиән хужалығында урындағылар ғына түгел, Ишемғол, Башҡорт Үргене ауылдарынан килеп эшләүсе эшселәр бар, коллективта барыһы ла үҙ-ара татыу һәм ярҙамсыл, –тине Евгений Кириков хушлашҡанда йылмайып, – Әле иһә бар көсөбөҙҙө бесән әҙерләүгә бирәбеҙ, тик ямғырҙар булмау сәбәпле үләндең шыйыҡ, тәпәш, дөрөҫөн әйткәндә, саҡ ҡына бошондора.
Белгестәр ямғыр вәғәҙәләһә лә, был арала Ейәнсурала ямғыр яуманы, тамсылап ҡына уҙҙы. Көн ҡоро тороуҙан файҙаланып, бесәнселәр эшен дауам итә.
Автор фотолары.
Читайте нас: