Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсура районында ҡоролоҡтан ҡурҡмайҙар

Ейәнсуралар кәрәк ваҡытта ямғыр яуҙыра ала Ейәнсурала республикала тиңдәше булмаған өр-яңы һәм заманса “Valley” һуғарыу системаһы эшләй. Яһалма ямғыр һиптереүсе ҡоролмалар “А7 Агро РБ” хужалығының яңы малсылыҡ комплексының тирә-яҡ территорияһын тулыһынса тиерлек биләй. Йәй буйына һыу менән яһалма туйындырып тороу күп йыллыҡ үләндәрҙе ғәҙәттәгесә йылына берҙе түгел, ике тапҡыр сабып алырға һәм ферма малдарын һутлы, туҡлыҡлы аҙыҡ менән етерлек күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек бирә. 31 июлдә хужалыҡ белгестәре республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә был ҡоролмаға презентация үткәрҙе. Сараға шулай уҡ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының мелиорация департаменты директоры Валерий Жуков, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, БР “Ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Артур Заманов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, “А7 Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Комаровских, Ейәнсура район башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Самат Йәрмөхәмәтов һәм башҡа ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәр вәкилдәре килде. Ҡатнашыусылар “А7 Агро” комплексында малдарҙың торошо, эш барышы менән танышты, кукуруз баҫыуында урынлашҡан “Valley” системаһының нисек һуғарыуын ҡараны. Ерҙе дымға туйындырыусы ҡоролмалар араһында лидер булып килгән механизмдың төп өҫтөнлөгө – һыуҙы мөмкин тиклем әҙ кимәлдә ҡулланып, юғары сифатлы һуғарыу, ярайһы ғына автоматлаштырылыуған булыуы кеше көсөн әҙ ҡулланырға мөмкинлек бирә.

Ейәнсуралар кәрәк ваҡытта ямғыр яуҙыра ала
Ейәнсурала республикала тиңдәше булмаған өр-яңы һәм заманса “Valley” һуғарыу системаһы эшләй. Яһалма ямғыр һиптереүсе ҡоролмалар “А7 Агро РБ” хужалығының яңы малсылыҡ комплексының тирә-яҡ территорияһын тулыһынса тиерлек биләй. Йәй буйына һыу менән яһалма туйындырып тороу күп йыллыҡ үләндәрҙе ғәҙәттәгесә йылына берҙе түгел, ике тапҡыр сабып алырға һәм ферма малдарын һутлы, туҡлыҡлы аҙыҡ менән етерлек күләмдә тәьмин итергә мөмкинлек бирә. 31 июлдә хужалыҡ белгестәре республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә был ҡоролмаға презентация үткәрҙе. Сараға шулай уҡ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының мелиорация департаменты директоры Валерий Жуков, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков, БР “Ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Артур Заманов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, “А7 Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Комаровских, Ейәнсура район башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Самат Йәрмөхәмәтов һәм башҡа ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәр вәкилдәре килде. Ҡатнашыусылар “А7 Агро” комплексында малдарҙың торошо, эш барышы менән танышты, кукуруз баҫыуында урынлашҡан “Valley” системаһының нисек һуғарыуын ҡараны. Ерҙе дымға туйындырыусы ҡоролмалар араһында лидер булып килгән механизмдың төп өҫтөнлөгө – һыуҙы мөмкин тиклем әҙ кимәлдә ҡулланып, юғары сифатлы һуғарыу, ярайһы ғына автоматлаштырылыуған булыуы кеше көсөн әҙ ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Читайте нас: