11 август – Умартасылар көнө
Күңел менән башҡарған эш кенә файҙа килтерә
“Һәр эште күңел һалып башҡарам. Әгәр күңелем тартмаһа, мин ул эшкә тотонмайым да”, – ти ҡорт ҡарау буйынса 30 йыл стажы булған Ғәбделхаҡ Ҡәҙербәков умартасылыҡ тураһында. Тәүҙә биш баш күстән башлап, инде йөҙгә еткән умарталарҙы ҡарауы, ай-һай! Быға аптырауымды белдергәс, уларҙа инде бал айыртыу, мисәтен сисеү кеүек бар эштәрҙең автоматлаштырылған булыуы ҡарауҙы еңеләйтеүе, ә инде үҙ аллы умарта ҡарай алырлыҡ булған ейәндәре – Булат һәм Даян уға һәр эштә лә ҙур ярҙамсылар икәнен билдәләне. “Мин бал айыртҡысҡа ҡулымды ла тигеҙмәйем”, – ти ғорурланып Ғәбделхаҡ Ғәзизйән улы.
Үҙ эшенә ғашиҡ кеше генә шулай ихлас итеп башҡарған шөғөлө тураһында бәйән итә алалыр. Һәм, был шөғөл әгәр ҙә нәҫелдән килһә, бала саҡта уҡ нигеҙ һалынһа, эште дауам итеп китеүе еңелерәк тә була. Үҙенең нисек ҡортсо булып китеүе тураһында мауығып һөйләй Ғәбделхаҡ ағай. Заманында ата-әсәһе лә ҡорт тотҡан – башланғыс ныҡ, “Сельхозтехника” идаралығында, “Сельстрой”ҙа эшләгән йылдарында ла умарта тотҡан, ә 2007 йылдан инде ныҡлап үҙенә эшләргә булған: баһалаусы булып шәхси эшен асҡан. Үкенмәй, шул йылдарҙа ҡорттарын ишәйтәләр, тормош иптәше Асия апай – уның уң ҡулы, икәүләшеп кәңәшләшеп алып баралар ҡорт ҡарауҙы. Көстәрен һәм ваҡыттарын ҡыҙғанмай, умарталыҡта бергәләп көс түгә улар. Башта әйткәнемсә, ейәндәре лә ихлас ҡорт тәрбиәләүҙә. Олоһо Булат ҡартаһы менән бергә республика кимәлендә конкурстарҙа ла ҡатнашҡан, инде Даян ҡул араһына инеп, һәр эште белеп, ярҙамсы булып йөрөй.
Район умартасылары ойошмаһы етәксеһе булып торған Ғәбделхаҡ Ғәзизйән улы ҡортсолоҡ буйынса уй-фекерҙәре, көйөнөстәре менән дә бүлеште:
– Ауыл биләмәләре башлыҡтары, биләмә умартасылары менән дә йыйылып, кәңәшләшеп алырға тигән пландар бар. Сит-яҡтарҙан килгән ҡортсоларҙы контролләргә кәрәк, тимен. Сөнки Ейәнсура ерендә беҙҙең райондың умартасылыҡ паспорты менән йөрөгән сит яҡ умартасылары бар. Уларҙың умарталыҡтары беҙҙә түгел, ҡайһы берҙәре ҡорттарын көҙ юҡ итәләр ҙә яҙын йылы яҡтарҙан йәнә ҡайтарталар. Ә яңы ҡорттар менән яңы ауырыуҙар килә беҙгә. Шунан аптырайбыҙ, ниңә ҡорттар үлә, тип. Шул сит ҡортсоларға саралар күрелмәй. Һәм шул уҡ иптәштәр ҡайҙа ла балдарын “Ейәнсура”ныҡы тип һатып торалар.
Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә теләгән йәштәргә ярҙам итергә әҙермен. Буш урында башлап ебәреүе ҡыйын. Ниндәйҙер кимәлдә капитал да кәрәк. Яңы башлаусыларға өйрәтеп, кәрәк ерен дә кәңәш биргән, үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан кеше осрауы – үҙе бәхет.
Тағы ла райондың умарталыҡтар буйынса интерактив картаһын, бик булмаһа, картаһын төҙөргә тигән тәҡдимем бар. Ҡайҙа умарталарҙы алып барырға, ҡайҙа ҡуйырға һ.б. – былар бөтәһе лә сағылһа, эшләүе лә еңелерәк булыр ине, ти ул.
Ғәбделхаҡ ағай балын ҡайҙа һатам, ҡайҙа ҡуям тип аптырап йөрөмәй, уның инде күптәнән даими һатып алыусылары Өфө, Сибай һ.б. ҡалаларҙа бар, ауылдарҙа ла етерлек. Етмәһә, быйыл бал ғәҙәттәгенән әҙерәк булғас, ул йәһәттән проблема юҡ икән.
Умартасылыҡ тармағы – бик сығымлы. Халыҡ умартасыларҙы бал һатып ус тултырып аҡса эшләй, тип уйлай. Ләкин бал һатҡансы, ҡорттарҙы тейешле кимәлдә тәрбиәләргә лә, шаҡтай аҡса сарыф итергә кәрәк. Эштең күплеге хаҡында әйтеп тә тораһы ла юҡ. Бал аҡсаға әйләнһен өсөн шаҡтай тырышырға кәрәк. Ауыл ерендә үҙ эшен асып йәшәүсе Ғәбделхаҡ Ғәзизйән улы ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Тынғыһыҙ ир-уҙаманы һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, киләсәккә яҡты уй-маҡсаттар менән йәшәй.