Бөтә яңылыҡтар

Иң күп һөт һауыусыларҙы асыҡлағандар

Һөтһөҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, һөт ризыҡтары һәр саҡ өҫтәл түрендә.Республикала иң шәп сығанаҡтар түбәндә телгә алынған.


Сентябрь башына БР Ауыл хужалығы министрлығында ағымдағы 7 айға йомғаҡ яһалған, йәғни рейтинг асыҡланған.

Йыл башынан республикала 426,5 мең тонна тауар һөтө етештерелгән. Бөгөн төбәктә 134,4 мең һауын һыйыры бар.

СПК «Ашкадарский»( Мәләүз районы), ООО ПЗ «Урожай» (Илеш районы), СПК Салауат исемендәге колхоз (Мәләүез районы) - һөттө күпләп етештереүсе лидерҙар, тәүге хужалыҡта бер һыйырҙан тулайым 8311 кг, икенсеһендә -6932 кг, өсөнсөһөндә 6727 кг һөт һауып тапшырылған.


Әнисә Бикташева.
Читайте нас: