Башкортостанда ҡышҡы запасҡа 699 мең тонна бесән, 1 млн 361 мең. т. сенаж тупланған, был планға ярашлы 91 һәм 87 процент. 16 районда кукуруз силосы әҙерләүгә тотонғандар, әлегә 106 мең тонна һаҡлауға һалынған. Шулай, республикала шартлыса бер баш малға 18,1 центнер аҙыҡ берәмеге йыйылған, был ҡулланылышҡа ҡарата 65%. Мал аҙығы әҙерләү дауам итә.