"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Баҡса ерен ҡасан ҡаҙырға?

Баҡса ерен ҡасан ҡаҙырға? Әле баҡсала көҙгө эштәрҙең тамамланып килгән ваҡыты. Йәшелсә, емеш-еләкте йыйып алғандан һуң, ерҙе эшкәртһәң яҡшыраҡмы, әллә был эште яҙға ҡалдырырғамы?

Баҡса ерен ҡасан ҡаҙырға?
Әле баҡсала көҙгө эштәрҙең тамамланып килгән ваҡыты. Йәшелсә, емеш-еләкте йыйып алғандан һуң, ерҙе эшкәртһәң яҡшыраҡмы, әллә был эште яҙға ҡалдырырғамы?
Күптәр был һорауға тулы ғына яуап таба алмай. Ә бына ҡайһы бер оҫта баҡсасылар көҙ көнө ерҙе ҡаҙып ҡалдырыуҙың уңай тип һанай. Бигерәк тә ҡаты, ауыр балсыҡлы ерҙең структураһын еңеләйтеү, һауа менән байытыу өсөн был эште башҡарырға кәрәк, тиҙәр.
Өҫтәүенә, ерҙе ҡаҙып әйләндергәндә, балсыҡ аҫтында ҡышлаусы ҡорттар өҫкә ҡалҡа һәм һалҡында туңып юҡҡа сыға. Тик бының өсөн тәрән итеп ҡаҙырға, ер кәҫтәрен ваҡламаҫҡа кәрәк. Шулай иткәндә, ҡар тотоу өсөн уңай шарттар тыуа, ә ҡар күп булғанда, ер яҡшы итеп дым туплай
.
Читайте нас: