Бөтә яңылыҡтар

"Һөт байрамы"

Яңы Себенлелә уҡыусылар өсөн "Һөт байрамы" ойошторолдо 19 сентябрҙә Яңы Себенле ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан һөтсөлөк комплексында район хакимиәте, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, "А 7 Агро" компанияһы инициативаһы менән "Һөт байрамы" үткәрелде.

19 сентябрҙә Яңы Себенле ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан һөтсөлөк комплексында район хакимиәте, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, "А 7 Агро" компанияһы инициативаһы менән "Һөт байрамы" үткәрелде, унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, иҡтисад һәм инвестициялар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Тимур Ходжибеков, һөтсөлөк комплексы директоры вазифаһын башҡарыусы Динар Кәлимуллин, Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Шамил Хәсәнов, район мәғариф бүлеге, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, 7 мәктәп һәм аграр колледждан билдәле һанда уҡыусылар, класс етәкселәре ҡатнашты.
Читайте нас: