19 сентябрҙә Яңы Себенле ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан һөтсөлөк комплексында район хакимиәте, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, А 7 Агро-РБ компанияһы инициативаһы менән “Айыҡ ауыл “ республика проектына яраҡлаштырып “Һөт байрамы” үткәрелде, унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, иҡтисад һәм инвестициялар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Тимур Ходжибеков, һөтсөлөк комплексы директоры вазифаһын башҡарыусы Динар Кәлимуллин, Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Шамил Хәсәнов, район мәғариф бүлеге, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре, 7 мәктәп һәм аграр колледждан билдәле уҡыусылар, класс етәкселәре ҡатнашты. Белеүебеҙсә, республикала һөт фестивалек 8-се тапҡыр булған, был сара, шуның кесе өлгөһө булараҡ, район тарихында беренсе мәртәбә ошондай форматта ойошторолдо. Сараның маҡсаты – йәш быуынға ауыл хужалығы сәнәғәте серҙәрен төшөндөрөү, быны практик миҫалдар менән нығытыу, ауыл ерендәге хеҙмәттең хәҙер дәүләт тарафынан ярҙам менән нығытылыуын, уның мәртәбәле икәнен аңлатыу ине.
Самат Фирҡәт улы асҡандан һуң, комплекс буйынса экскурсия үтте, һөтсөлөк комплексы директоры вазифаһын башҡарыусы Динар Кәлимуллин экскурсовод дилбегәһен үҙ ҡулдарына алып, бина буйлап йөрөтөп күрһәтте, һәр объект алдында аңлатма бирҙе. Фермала Чехиянан, Германиянан, Австралиянан һәм башҡа тарафтан ҡайтарылған тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Хужалыҡтың үҙенсәлеге шунда – малдар көтөүгә ҡыуылмай, йыл әйләнәһенә ябыҡ тотола. Мотлаҡ яһалма аталандырыу ғына ҡулланыла. Ғөмүмән, осрашыу фәһемле булды – уҡыусылар байтаҡ яңылыҡ белде. Иң беренсе уларҙы ғәжәпләндергәне – малдарҙың бик бейек һәм ҙур кәүҙәле булыуы ине, һәр береһенең ҡолағында һандар яҙылған электрон бирка. Сағыштырып әйткәндә, бындай тоҡомло һыйырҙар янында беҙҙең ҡәҙимге ауыл һыйыры ҙур быҙау кеүек кенә күренер ине – бындағы малдарҙың береһе 700 килограмм тарта! Хаҡы ла ҡыйбат – һәр ҡайһыһы 160 мең һум. Һәр һыйыр көнөнә яҡынса өс ҙур күнәк һөт бирә, өс тапҡыр һауыла. Малдарҙың аҙыҡ рационы 18 компонентты ҡушып әҙерләнә, шулай фуражда аҡбур, тоҙ, минералдар, май, кукуруз, көнбағыш, силос, бесән, арпа, бойҙай бар, массаны шыйығайтып һыу ҡушыла. Белгестәр асыҡлауынса, һыйырҙарҙың 10 процент көс-ҡеүәте мөгөҙҙәренә китә, шунлыҡтан бындағы малдарҙың мөгөҙө төптән бысылып, көйҙөрөлгән. Был ысул улар бер-береһен һөҙөп, йәрәхәтләмәһен өсөн дә отошло. Тояҡтары көнөнә бер нисә тапҡыр дезинфекциялана. Эшселәрҙең эш көнө таҙа халат, башлыҡ, махсус аяҡ кейеме кейеүҙән башлана, эш көнө бөткәс сыҡҡанда йыуырға сисеп ҡалдыралар. Ҡулдарынан килгән тиклем санитария ҡағиҙәләрен һаҡлайҙар. Һыйырҙарҙың душы ла бар, улар йыш ҡына йыуындырыла, бигерәк тә елендәренең тәрбиәле булыуына, ярылмауына, һығылмалығына иғтибар итәләр.
Әле яңыраҡ йәш быҙауҙар килтерелгән, улар яғына “Карантин” тип яҙып ҡуйғандар, инфекция индермәү маҡсатында, бөгөн балаларға ла улар хаҡында бары һөйләп үттеләр. Быҙауҙар бында һәр береһе айырым район тарихында беренсе мәртәбә ошондай форматта “йорт-ояла” йәшәй, ике ай тирәһе нығынғас, Ҡужабаҡ фермаһына күсереү планлаштырыла.
Фермала эш тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Аппарат менән һауып алынған һөт һөҙөлөп, стерилләнеп ҙур һыуытҡыстарға урынлаштырыла, ә бына быҙауҙар өсөн эсемлек “Һөт таксийы” тип аталған махсус бокста ҡайнатыу кимәленә еткерелеп, барлыҡ бактерияларға кәртә ҡуйылып, шунан ғына таратыла. Һыуытылыр алдынан һөттөң ҡуйылығы, әсеү кимәле лабораторияла тикшерелә. Эшмәкәрлек компьютерҙа даими теркәлә, күҙәтелә.
Эскурсиянан сыҡҡас, барыһы ла Яңы Себенле ауыл мәҙәниәт йортона йүнәлде. Бында ауылдан йыйылған кешеләр ҙә күренә ине. Самат Йәрмөхәмәтов Ейәнсура ауыл хужалығы системаһындағы эшмәкәрлек тураһында һөйләне, бөгөн ауыл хужалығы кадрҙарына ҡытлыҡ булыу проблемаһын әйтте, был өлкәгә эшкә төшкән йәштәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа яҡтан дәүләт ярҙамы юллай алыу мөмкинлеге барлығын аңлатты, халыҡҡа һәр саҡ һөт, икмәк, йәшелсә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Бөгөнгө сараны ойошторуҙа әүҙемлек өсөн А7 Агро-РБ етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
Динар Кәлимуллин “Баҫыуҙан – магазин кәштәһенә тиклем” девизы аҫтында эшләүҙәрен һөйләне. Бында һауылған һөт Ырымбурҙа һөт комбинатында ҡайтанан эшкәртелеп, кефир, стерилләнгән һөт, йогурт булып һатыуға сығарыла икән. Компания Ҡаҙағстанда ҡошсолоҡ фабрикаһы ла тота, үҙҙәре үҫтереп алған үҫемлек культуралары менән (ярмалар) тауыҡтар аҫрайҙар, һатыуға яҡшы сифатлы йомортҡа сығаралар. Компанияла дөйөм алғанда 3600 эшсе булыуы уның ни тиклем яҡшы үҫешен күрһәтә. Динар Дамир улы үҙ продукциялары менән ныҡ ғорурланыуҙарын йәшермәне, район уҡыусыларына бөгөнгө ише сараны йылына бер тапҡыр булһа ла үткәрергә тырышырға вәғәҙәләне.
Сәхнәгә хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары сығып, сара уңайынан йылы һүҙҙәр әйтте.
Һөт, ит, игенселек темаһына шиғри юлдар әйткән бер нисә уҡыусыға компания етештергән продукция һалынған пакеттар тапшырылды, бынан тыш һүрәттәр, плакаттар төшөрөп, иншалар яҙып алып килгән уҡыусылар ҙа бар ине, уларға һөт-ҡатыҡ һалынған күстәнәс пакеттары тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары һәм Яңы Себенле ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәре концерт номерҙары бүләк итте.
Сараның “ҡаймағы” аҙаҡҡа ҡалдырылған ине – кефир, йогурт, һөт, десерт өлгөләренә дегустация үткәрелде, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренә оҡшаған һөт ризығын тәмләне. Икенсе өҫтәлдә урындағы биләмә хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы сәй һәм ваҡ бәлеш менән һыйланы.
Был көндө республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда көслө, һыуыҡ ел, еңелсә ямғыр булды. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә ҡарап тормай, делегаттар комплекс фонында иҫтәлеккә фотоға төштө, сара ахырына тиклем сабыр ғына йөрөнө. Уҡыусылар күп кенә ине, уҡытыусылары әйтеүенсә, 5-10 кластыҡыларҙы алып килгәндәр. Бөгөнгө сара өлгөһөнә эйәреп, райондың башҡа ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары мәктәп уҡыусыларына экскурсия үткәрһә ине, тигән теләктә ҡалды ҡатнашыусылар, “тамсы тама-тама таш тишә”, тигәндәй, бәлки, нәҡ ошо уҡыусылар араһынан һәләтле инженерҙар, агрономдар, һауынсылар, малсылар, фермерҙар, эшҡыуарҙар сығыр.
Уҡыусылар бөгөн шулай ауыл хужалығында модернизация алға китеүен, юғары технологиялар ҡулланылып, тоҡомло малдан яҡшы продукция етештерелеүен аңлап, яңы тәьҫораттар, уй-фекерҙәр менән таралышты.