Бөтә яңылыҡтар

Экология бик мөһим тема

Миллиардтар кәрәк

Башҡортостанда 25 миллион кубометр ҡалдыҡты юҡ итеү һәм «Химпром»ды санациялау бурысы тора


Башҡортостанда алдағы биш йылда сүп-сарҙы, шул иҫәптән экология өсөн хәүефлеләрен юҡ итеү бурысы тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указының бурыстарына аңлатма биреп, экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров брифингта 2,9 меңдән ашыу хужаһыҙ сүплектәрҙе рекультивацияларға, бының өсөн 21 миллиард һум самаһы аҡса кәрәклеген хәбәр итте.


Экология министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, ошо маҡсатта «Махсус автохужалыҡ» һәм «Экосити» төбәк операторҙары Өфө һәм Ишембай райондарында сүп-сар эшкәртеү заводтары төҙөй. Бының өсөн «Махсус автохужалыҡ» үҙ проектына — 3,6 миллиард һум, «Экосити» 410 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй.


Дөйөм алғанда, республикала 10 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм 10 полигон барлыҡҡа килергә тейеш, уларҙы төҙөү өсөн федераль бюджет — 117 миллион һум, республика ҡаҙнаһы 67 миллион һум йүнәлтә.


Әле Рәсәйҙә сүп-сарҙың 7% эшкәртелә. «Экология» милли проекты маҡсаттарына ярашлы, 2024 йылға ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлөшө 36% етергә тейеш.


Хәҙер ҡаланан бүленгән 25 миллион һумға элекке «Химпром» заводы биләмәһен рекультивациялауҙың проект-смета документацияһы әҙерләнә. Һуңынан 3 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса алыуға ғариза биреү күҙаллана. Республика проектты ҡала бюджеты ҡатнашлығында 400-500 миллион һум күләмендә берлектә финанслай аласаҡ.

( Башинформ).
Читайте нас: