Бөтә яңылыҡтар

"Уңыш былтырғынан һәйбәт"

Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә ауыл хужалығы культуралары уңышын йыйыуға арналған ултырыш үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәтендә ауыл хужалығы культуралары уңышын йыйыуға арналған ултырыш үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.


Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала сәсеүлектәр майҙаны өс миллион гектар тәшкил итә. Был былтырғы йыл кимәлендә. Шуның 2 миллион 120 мең гектары – яҙғы культуралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙын 170 мең гектарҙағы иген һәләк булған. 585 ауыл хужалығы предприятиеһы дөйөм алғанда 865 миллион һумлыҡ зыян күргән.


"Быйылғы миҙгел һуңғы ун йылда иң ҡатмарлыһы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышын йыйыуҙы тамамлау алдында, – тине Радий Хәбиров. – Барлыҡ майҙандарҙың 94 проценты йыйылды. Өс миллион тоннанан ашыу иген һуғып алынды, уңыш гектарынан уртаса 20 центнер тәшкил итә. Әле техник һәм май культураларын йыябыҙ. Шәкәр сөгөлдөрө уңышы насар түгел. Бөгөнгә 427 мең тонна “татлы тамыр” сығарылған, 250 тоннанан ашыуы эшкәртелгән. Республикалағы өс шәкәр заводы ла эшләй һәм бөтә сеймалды эшкәртергә мөмкинлек бирә".
Читайте нас: