Бәрәкәтле тормош тыуған ерҙә генә
Тыуып үҫкән төйәгендә ерегеп, шунда донъя көткән кешеләрҙең тормошо ла бәрәкәтлерәк була, тиҙәр. Ҡыҙылъяр ауылынан Әлфрит Саттаровтың крәҫтиән-фермер хужалығы 2015 йылдан алып эшләй. Хужа кешене тотоуы бик ҡыйын булды, гел юлда, урып-йыйыу мәшәҡәттәре менән янып йөрөй. Беҙ барғанда ла элеваторға ашлыҡ ташый ине. Шулай ҙа ваҡыт табып, әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Яҙын 600 гектар ергә арпа, бойҙай, һоло, шулай уҡ быйыл һынамаҡҡа тары ла сәскәндәр. Йыйып алған уңышты Ҡужанаҡта һаҡлайҙар. Әлбиттә, хужа эште бер үҙе генә алып бармай, уның терәге-кәңәшсеһе – ҡатыны Гөлфирә, шулай уҡ миҙгелле эштәргә өс кеше йәлеп итәләр. Әле пай ерен файҙаланған өсөн бер кешегә өсәр тоҡ бойҙай биргән. Әлфрит Фазылйән улы яҙҙан көҙгәсә үҙенең хужалығында янып-көйһә, ҡыштарын Яңыбай ауыл биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙың урамдарын ҡарҙан таҙарта.
Йәш ғаилә 2013 йылда яңы өй төҙөп сыҡҡан, уларҙың өс балаһы бар, икәүһе мәктәптә уҡый, ә бәләкәстәре әле өйҙә. Гөлфирә хужалыҡтағы ун баштан ашыу һыйыр малының һөтөн эш итеү менән мәшғүл, һөт ризыҡтарын яҡындағы Ҡыуандыҡ баҙарына алып барып һата. Улар төпкөл ауыл тип бер ҙә баҫылып ятмайҙар, Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға концерттарға, төрлө сараларға, магазиндарға йөрөйҙәр.
Район хеҙмәт ярышында “Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы” булараҡ еңеү яулаған хужалыҡ етәксеһе Әлфрит Саттаровты ҡотлайбыҙ!