Һәр ойошма-хужалыҡтың уңышы нигеҙендә үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәрҙәр тора. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй күләмендә билдәле булған “Маяҡ” хужалығы тураһында һүҙ алып барғанда, мал табибы Илсур Төхвәтуллинды телгә алмау яҙыҡ булыр ине.
Күгәрсен ауылында тыуып-үҫеп, мәктәпте тамамлаған егет Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, “Урал” колхозы йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария бүлегенә уҡырға инә. Диплом алыу менән тыуған колхозына һөнәре буйынса эшкә ҡайта. Һәм бына инде 35 йыл дауамында, заманалар, илдәр, хужалыҡтар үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, үҙ һөнәренә тоғро.
“Маяҡ” йәмғиәтенең малдары төрлө ауылдарҙа булғас, Илсур ағайҙы эш өҫтөндә тап итеү еңел түгел. Әле генә Аҡҡондоҙҙа булһа, тиҙ арала йә Таҙларҙа, йә Самаҙыға елә. Сөнки хужалыҡтағы һарыҡтарҙың һаулыҡ торошо, уларҙан сәләмәт үрсем алыу Илсур Ирек улының көндәлек эшенә бәйле. Тынғыһыҙ, ауыр, әммә яратып башҡарған эшенән саҡ ҡына бушаған сағында ла малы ауырып китеп, йә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән ауылдаштарына ярҙамға ашыға.
Хеҙмәтенә күрә хеҙмәте, тиҙәр. “Маяҡ” ЯСЙ-һының баш ветеринар табибы, һөнәренә бар ғүмерен бағышлаған Илсур Ирек улы Төхвәтуллиндың да хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты, БР Ауыл хужалығы министрлығының һәм Ветеринария идаралығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 2016 йылда иһә Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Районда малдарҙы йәйге аҫырауҙы уңышлы үткәреү буйынса үткәрелгән быйылғы хеҙмәт бәйгеһе һөҙөмтәһе буйынса Илсур Төхвәтуллин “Иң яҡшы белгес” номинацияһында еңеүсе тип табылды.