Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡшы водитель

Рәшит ағай көлөп: “Элек водитель профессияһы модала ине, ҡыҙҙар ҙа иҫтәре китеп ҡарай торғайны, шуға һайланым инде”, – ти.

Иң яҡшы водитель
“Маяҡ” ЯСЙ-һында водитель булып эшләгән Рәшит ағай Янбаевтың дөйөм эш стажы 45 йыл. Шуның күпселеген “Урал” колхозында эшләгән. Колхоздар тарҡалғас, 12 йылға яҡын Себерҙә лә эшләп ала. “Маяҡ”та дүртенсе йыл, КамАЗ йөк машинаһына ултырыуына ике йыл. Рәшит Әбделхай улы пенсияла булһа ла, бер ҙә йәштәрҙән ҡалышмай, тырыша. Район хеҙмәт ярышында “Иң яҡшы водитель” тип табылып, Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
“Ни өсөн водитель һөнәрен һайланығыҙ?”, – тигән һорауға, Рәшит ағай көлөп: “Элек водитель профессияһы модала ине, ҡыҙҙар ҙа иҫтәре китеп ҡарай торғайны, шуға һайланым инде”, – тип яуапланы.
Читайте нас: