"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Техника булһын да, эш булһын

“Шул тиклем көс-ғәйрәте ташып тора уның, – тип һөйләй эшсеһе Фәнис Күсәков тураһында “Руссал” ЯСЙ-һы етәксеһе Руслан Байбулатов. – Әлеге көндә беҙҙең “AQROS” комбайнында «Маяҡ”ҡа ярҙамға китте. Был Фәнистең беҙҙекенән тыш әле ярҙамға барған дүртенсе хужалығы”.

“Шул тиклем көс-ғәйрәте ташып тора уның, – тип һөйләй эшсеһе Фәнис Күсәков тураһында “Руссал” ЯСЙ-һы етәксеһе Руслан Байбулатов. – Әлеге көндә беҙҙең “AQROS” комбайнында «Маяҡ”ҡа ярҙамға китте. Был Фәнистең беҙҙекенән тыш әле ярҙамға барған дүртенсе хужалығы”.
Русланды беҙ “Маяҡ” ЯСЙ-һының тары баҫыуынан барып таптыҡ. Эшкә шул тиклем мауығып, хатта ашарға ла инәлтеп килде. Һүҙ эҙләп кеҫәгә торған егеттәрҙән түгел, аралашҡан арала ҡай ерҙәрҙә эшләгәне тураһында бәйән итергә, үҙе тураһында мәғлүмәт бирергә лә өлгөрҙө.
Фәнискә “тимер ене”, техникаға булған һөйөү бәләкәйҙән, ғүмер буйы водитель булып эшләгән атаһы Ғәйнулла ағайҙан күскән. Уларҙы ҙур кластарҙа уҡ механизаторға уҡыталар, артабан белемен камиллаштырыуҙы Мораҡ профтехучилищеһында дауам итә, әрмелә хеҙмәт итергә лә өлгөрә. Шунан ҡайҙа ғына эшләмәй ул: Йомағужа һыуһаҡлағысында, ДРСУ-ла асфальт заводында, Себер тарафтарына ла барып ҡайта. Ә тыуған ауылындағы “Руссал” хужалығында эшләүенә – алты, ә комбайнға ултырыуына ике йыл. Улы Фәнил атаһы юлынан барып, Ейәнсура агроколледжында механизаторлыҡҡа уҡыған, әле Иҙелбәктә “пожарка”ла эшләп йөрөй. Ҡыҙы Диана туғыҙынсы класта уҡый. Ҡатыны Тәнзилә ауылда һатыусы булып эшләй.
“Ниндәй техника булһа ла оҡшай, яңылары һәйбәт, әлбиттә, шулай ҙа иҫкеләрендә лә яратып йөрөйөм. Иң мөһиме техника булһын да, эш булһын”, – ти район хеҙмәт ярышында “Иң яҡшы комбайнер” исемен яулаған Фәнис Ғәйнулла улы.
Читайте нас: