Бөтә яңылыҡтар

Риф Иҫәнсурин

Шау сәскәле донъя хужаһы Риф ағай.

Ветеринария өлкәһендә – 20 йылдан ашыу

Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы дәүләт инспекторы Риф Фазыл улы Иҫәнсурин эше буйынса 7 районды һәм ике ҡаланы конторолдә тота. Риф Фазыл улы ябай совхоз эшселәренең (әсәһе – һауынсы, атаһы – көтөүсе) алты балалы ғаиләһендә дүртенсе булып тыуып үҫә. Башланғыс белемде Һаҡмар ауыл биләмәһендәге тыуған ауылы Назарҙа ала, артабан Арсен урта мәктәбен тамамлай. Өфөгә Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға барырҙан алда совхозда кочегар, шофер булып эшләй, шуға күрә лә хеҙмәт кенәгәһендә эш стажы 1975 йылдан башлана, 8 ай эшселәр факультетында әҙерлек үтә. Зоофак факультетының көндөҙгө бүлеген 1983 йылда тамамлап, үҙен уҡырға йүнәлткән хужалыҡҡа ветеринар табип булып эшкә ҡайта, шул ваҡыттарҙан партия эшенә сума, райком инструкторы, тора-бара “Инәк” совхозы парторгы һәм башҡа яуаплы вазифалар биләй. Туғыҙ йыл дауамында Һаҡмар ауыл советы рәйесе, 2000 йылдан район ауыл хужалығы начальнигы, ветстанция етәксеһе урынбаҫары була. 2006 йылдан бөгөнгө көнгәсә федераль дәүләт инспекторы вазифаһында.

Тулыһынса гәзиттә баҫылды.
Читайте нас: