Бөгөн – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрам уңайынан Өфөлә барған тантаналы сараларҙа беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнаша.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағында хеҙмәт иткән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла мул уңыш йыйып алыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ алда торған бурыстарға туҡталды.
– Беҙҙең республиканың агросәнәғәт комплексы республикала һәр йәһәттән алдынғы урын биләй. Бында, әлбиттә, һәр берегеҙҙең тос хеҙмәт өлөшө бар. Ошондай уңғандар барында беҙ барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итә алыуыбыҙға ышанам, – тине Республика етәксеһе. Ул хеҙмәт бәйгеһе еңеүселәренә автомобиль асҡыстары тапшырҙы.
Байрам сараһында республикабыҙҙың төрлө райондарында фиҙакәр эшләгән 150-нән ашыу хеҙмәткәр лайыҡлы наградалар менән билдәләнде. Улар араһында беҙҙең Илгиз Ҡаһарманов та булыу һөйөнөслө. “Маяҡ” ЯСЙ-һы механизаторы Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем алды. Ҡотлайбыҙ!