"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Һауынсы

Райондың алдынғы һауынсыһы

Һауынсы тигән даны бар

Көҙ себештәрҙе һанайҙар, тигәндәй, район һауынсыларының эш һөҙөмтәләре буйынса октябрь айында еңеүсе билдәле булды – ул Зәлифә Зәбихулла ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, “А7 Агро” эшсеһе, “Европейская параллель” машинаһы менән һауыу операторы, Яңы Себенле ауыл биләмәһендә йәшәй.

Зәлифә апай 1991 йылдан малсылыҡта тир түгә, быҙауҙар ҡарау буйынса ла тәжрибәһе бар.

“ 9 һауынсы сменалап эшләйбеҙ, 500 баштан саҡ ҡына күберәк һауын һыйыр беҙҙең ҡарамаҡта,” – тип һөйләй ул. Әйткәндәй, һауынсының эше һауыу менән генә теүәлләнмәй – һауындан һуң станоктарҙы, ҡоролманы, майҙанды йыуыу кәрәк. Йәнә, йәш таналарҙы ла станок артына торорға, машинканан өркмәҫкә өйрәтеү ҙә һауынсылар яуаплылығында, малдар тыныс булырға тейеш – ҡурҡҡан һыйыр һөттө күп бирмәй.

Зәлифә Мөхәмәтйәнова 30 йылға яҡын малсылыҡта эшләү дәүерендә ул үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелгән.

Һауынсының хеҙмәте район хакимиәте тарафынан яҡшы баһаланды – һөнәри байрамдарында Почет грамотаһы һәм телевизор менән бүләкләнде.


Әнисә Бикташева. Автор фотоһы.
Читайте нас: