ул яңы йорт һалған, ике трактор алып ултыртҡан, үҙенең 26 баш һыйыр малы янына дәүләттән миллион ярым субсидия юллап алып, йәнә малдар һатып алған, йәнә ферма төҙөп ята. Алсаҡ һәм егәрле 38 йәшлек ир-уҙаманы бер ваҡытта ла өйләнмәгән.Йәй буйына Артур һөт тапшыра, көҙ картуф һата- бына исмаһам, ысын фермер!Егеттең пландары күп, дөрөҫөндә, ул биләмәнең иң байҙары рәтенә ингән, әммә танауын күккә сөйөп, һауаланып йөрөмәй, әҙәпле һәм ҡәҙимге ауыл кешеһе булып ҡала белгән.