Бөтә яңылыҡтар

Азияның аш-һыуынан берәү

Лағман бешереп ҡарағыҙ

Лағман- Азия халҡының ашы. Уны һарыҡ итенән һәм туҡмастан бешерәләр. Беҙҙә тауыҡ итенән бешереп ҡарағандар бар.


Кәрәк: 700 грамм тауыҡ ите, ике башлы һуған, бер помидор, бер кишер, 0,5 болгар боросо, ике аш ҡалағы томат пастаһы, 350 грамм туҡмас, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, тоҙ, борос.


Тауыҡты киҫәктәргә бүлергә. Табаға көнбағыш майы һалып, 10 минут ҡыҙҙырабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп һалып өҫтәп, тағы ла ун минут бешерәбеҙ. Кишерҙе шаҡмаҡлап турап тауыҡ менән һуған эргәһендә биш минут быҡтырабыҙ.


Помидорға эҫе һыу һалып, тышын алабыҙ, шаҡмаҡлап ҡырҡып табаға һалабыҙ. Томат пастаһы, тоҙ, борос ҡушып болғап, ҡапҡасын ябып, 15 минут быҡтырабыҙ. Туҡмасты бешереп алабыҙ ҙа табаға һалып бутайбыҙ. Бик тәмле ризыҡ ул лағман!
Читайте нас: