Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә эшҡыуарҙар елкаһы буласаҡ

Район хакимиәтендә ойошторолған Эшҡыуарҙар семинарында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашты. Спикерҙар мастер-класс, эшлекле уйын, практик күнекмәләр үткәрҙе. Проект октябрҙә генә старт алған һәм республиканың ун районында тәҡдим ителә, шул иҫәптән Ейәнсурала."Опора России" Советы ағзаһы, йәмғиәт ойошмаһының ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе, БР ҡатын-ҡыҙ етәкселәр ассамблеяһы рәйесе, эшҡыуар Айгөл Абелхаерова:"Үҙемдең тыуған районыма килеүҙе мотлаҡ тип һананым", -тине. Уның иғланын түбәндә, сайтта уҡығыҙ:

20 декабрҙә Өфөнөң "Өфө уттары"нда "Опора России" эшҡыуарҙар өсөн Яңы йыл шыршыһы байрамын үткәрә, Айгөл Абелхаерова Ейәнсура предпринимателдәрен ошо сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Читайте нас: