Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев райондың фермер хужалыҡтары етәкселәренә малдарына яҡтылыҡты ҡайтарыусы таҫмалар ҡуйырға тәҡдим итә. Ысынлап та, әлеге ваҡытта иркен көтөүлеккә сығарылған малдар күпселек осраҡта юл фажиғәләренең сәбәпсеһе булып тора, бигерәк тә төндә. Баймаҡ районы башлығының тәҡдиме менән күптәр риза булырҙар. Үҙебеҙҙең районда ла бындай ысулды ҡулланырға кәрәктер, моғайын. Ә һеҙ йорт малдарына яҡтылыҡ ҡайтарыусы таҫмалар ҡуйыуға нисек ҡарайһығыҙ, төркөмдәштәр?