Мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре "Маяҡ" ЯСЙ-һының Самаҙы филиалында волгоград тоҡомло мал һанына (һарыҡ) инвентаризация үткәрҙе, сөнки һарыҡсылыҡ өлкәһендә селекцион эш иң беренсе иҫәп-хисаптың ҡаты контролдә тотолоуына бәйләнгән. Был малдарҙы юғары сифатлы зооветеринар хеҙмәтләндереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ һарыҡтарҙы ҡышлатыуға шарттар уңайлығы баһаланды.