Бөтә яңылыҡтар

Тәжрибә уртаҡлаштылар

Магазиндарға яҡшы сифатлы ит аҙыҡтары сыға Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре “Кремонини” компанияһының ит етештереү малсылығы мәктәбе” уҡыуы сиктәрендә, квалификацияны күтәреү маҡсатында, Ырымбур өлкәһенең Черный Отрог ауылында урынлашҡан “Оренбив” ЯСЙ-һы заводына барҙылар, был хаҡта беҙгә баш белгес Рөстәм Абдуллин һөйләне: – Бында заманса ҡоролмалар ҡулланылып мал һуйыла, һыйыр малы ите етештерелә. Хужалыҡ 2014 йылда эксплуатацияға индерелгән, предприятие 45 мең квадрат метр майҙанды биләгән, завод ҡеүәте йылына 100 мең баштан ашыу һыйыр малын иткә әҙерләргә мөмкинлек бирә. “Оренбив” ЯСЙ-һы генераль директоры Марини Курра завод менән таныштырҙы, шулай уҡ малды салыуға ҡабул итеү, беренсел эшкәртеү, түшкәләрҙе эре ит эшкәртеү комплекстарында баһалауҙы аңлатты. Һуйыуға килтерелгән малдарҙы иткә ебәрер алдынан ауырлыҡ, һимеҙлек, сәләмәтлек, йәше һәм башҡа йәһәттән тикшереү ҡағиҙәләре мотлаҡ һаҡлана. Беҙҙең районда “Оренбив” ЯСЙ-һы менән “Новопетровское” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәттәшлек итә - 2019 йылда уның фермаһында аҫрауға-һимертеүгә 96 баш ит тоҡомло һыйыр малы ҡайтарылды.

Магазиндарға яҡшы сифатлы ит аҙыҡтары сыға

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре “Кремонини” компанияһының ит етештереү малсылығы мәктәбе” уҡыуы сиктәрендә, квалификацияны күтәреү маҡсатында, Ырымбур өлкәһенең Черный Отрог ауылында урынлашҡан “Оренбив” ЯСЙ-һы заводына барҙылар, был хаҡта беҙгә баш белгес Рөстәм Абдуллин һөйләне:

– Бында заманса ҡоролмалар ҡулланылып мал һуйыла, һыйыр малы ите етештерелә. Хужалыҡ 2014 йылда эксплуатацияға индерелгән, предприятие 45 мең квадрат метр майҙанды биләгән, завод ҡеүәте йылына 100 мең баштан ашыу һыйыр малын иткә әҙерләргә мөмкинлек бирә. “Оренбив” ЯСЙ-һы генераль директоры Марини Курра завод менән таныштырҙы, шулай уҡ малды салыуға ҡабул итеү, беренсел эшкәртеү, түшкәләрҙе эре ит эшкәртеү комплекстарында баһалауҙы аңлатты. Һуйыуға килтерелгән малдарҙы иткә ебәрер алдынан ауырлыҡ, һимеҙлек, сәләмәтлек, йәше һәм башҡа йәһәттән тикшереү ҡағиҙәләре мотлаҡ һаҡлана. Беҙҙең районда “Оренбив” ЯСЙ-һы менән “Новопетровское” крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәттәшлек итә - 2019 йылда уның фермаһында аҫрауға-һимертеүгә 96 баш ит тоҡомло һыйыр малы ҡайтарылды.
Читайте нас: