Бөтә яңылыҡтар

Фәйләсүф фекерҙәр менән тәмле йорт ашы

#Гөлназ_Ишемғолованан_тәмлекәстәр

#Гульназ_Ишемгулованан_тэмлекэстэр


Тормош юлында осраған ауырлыҡтарға, хатта илатҡан, йәшәү мәғәнәһен юғалттыра яҙған күңелһеҙ ваҡиғаларға ла ваҡыт үтеү менән бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәнәһең икән. Тик ошондай ҡарарға килер өсөн иң башта үҙ-үҙеңде аңларға, булған һәм булмаған ғәйептәр өсөн үҙеңде ашауҙан ҡотолорға кәрәк. Булмай улай, тип әйтерһегеҙ. Хатта асыуланып та алырһығыҙ)) Була! Әгәр ҙә тормошоғоҙҙағы проблемаларға рәхмәт әйтергә өйрәнһәгеҙ. Ә бына быныһы инде иң ҡыйыны. Хатта башҡа һыймаҫлыҡ хәл һымаҡ.


…Ни өсөн мин төн йоҡоларымдан яҙҙырған хәл-ваҡиғаларға, ауыр һынауҙарға дусар иткән бәғзе бер әҙәмдәргә, бысаҡ кеүек теле менән күңелемде яралаған, мине яратмаған кешеләргә, ауыр һүҙҙәргә яуап та бирә белмәгәнлектән, аңра һымаҡ күренгән үҙемә ни өсөн мин рәхмәт әйтергә тейеш? Күңелемде ергә һалып тапап мыҫҡыл итеп торһондар, ә мин илай-илай рәхмәт әйтеп торайыммы?


Хәҙер һеҙ миңә шулай тип әйтәсәкһегеҙ...Беләм… Мин үҙем дә шулай тип әйтер инем. Бер нисә йыл элек. Ә хәҙер улай тип әйтмәйәсәкмен. Сөнки мин тормошто яратырға өйрәндем. Әллә ниндәй оло бәхет көтмәйенсә, бәләкәй генә ҡыуаныстарымдың ҡәҙерен белергә кәрәк икәнен аңланым. Үтенәм! Зинһар! Ҡәҙерле булып йәшәгеҙ! Бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Үҙ күңелегеҙҙе үҙегеҙ күрергә өйрәнегеҙ!

Шул саҡта рух көсө артыуын тойорһоғоҙ, инде һеҙҙе бер кем дә, бер нәмә лә еңә алмаясағына инанырһығыҙ!


Ә хәҙер, әхирәттәр, яңы дәрт-дарман менән тәмләп кенә ашарға бешереп алайыҡ. Әлләнәмәкәй уйлап сығармай ғына, ҡул аҫтында нимә бар, шунан. Тәк, туңдырғыстан тауыҡтың аҡ Итен, туңған Кукуруз, Бәшмәкте сығарайыҡ. Итте иреткәс, сайҡап салфетка менән ҡоротабыҙ башта. Шунан матур ғына итеп киҫәктәргә бүлеп, шыптыр менән ҡаплайбыҙ ҙа, ит туҡмағыс менән һуҡҡыслап сығабыҙ. Аҙаҡ Тоҙлап-Борослайбыҙ. Әйткәнем бар инде, мин бөтә нәмәгә лә Паприка ҡушам. Татлы бәлештән башҡаға, әлбиттә)


Ит ятып торһон, йәһәт кенә табала Бәшмәк менән Кукурузды, Һуғанды ҡыҙҙырып алайыҡ. Әгәр маринадлы бәшмәкте һалаһығыҙ икән, шулай уҡ саҡ ҡына ҡыҙҙырып алығыҙ. Шунан, майлы табаға итте теҙәбеҙ, өҫтөнә бәшмәкле-кукурузлы-һуғанлы тәмлекәсте, бер нисәһенә помидор ҙа телеп һалабыҙ, уның өҫтөнә мул ғына итеп ҡырғыстан үткәрелгән Сыр һалабыҙ ҙа, өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап (улайтмаҫҡа ла була, тик мин шулайтам) алдан тоҡандырылған мейескә ултыртабыҙ.


Әйткәндәй, Майонез да һалырға була, тик мин һуңғы мәл майонезды һирәк тотонам. Итте ҡырҡ минут тирәһе үтә ҡыҙыу булмаған мейестә бешерәбеҙ, аҙаҡ ҡурғашын алып өҫтөн ҡыҙартып алабыҙ. Ә инде гарнирға Картуф иҙмәһе самый ғына! Әйткәндәй, улдарым кукуруз-мукуруз-помиҙур ҡушҡанды яратмай, шуға уларға ит тә сыр ғына) егеттәрский генә аҙыҡ)


Үәт, шулай! Өҫтәлегеҙ мул һыйлы, күңелегеҙ йырлы булһын, дуҫтарым! Бөгөн һеҙҙең иң бәхетле көнөгөҙ! Шуны онотмағыҙ!

Автор Г.Ишемғолова


Фото: #ГөлназИшемғолова
Читайте нас: