Бөтә яңылыҡтар

Балаларға Эшҡыуарлыҡ дәресе ҡасан булыр?

Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе эшҡыуарлыҡҡа өйрәтергә ваҡыт етте, йәки, иң мөһим дәрес. ...“Ун өс йәшемдән картуф үҫтереп һатып, шул аҡсаға мәктәп кәрәк-ярағы алыуҙан башланды аҡса тәмен белеүем”,- тине Олег. “Маҡсатығыҙҙы яҙып, конкретлаштырығыҙ, хыял менән генә мауыҡмағыҙ”, тип кәңәш бирҙе залдағыларға һәм әйткәнен раҫлап, оҙаҡ ҡына лекция уҡыны. Уйындар аша практик бизнес-тренер Марина Ҡорбанғәлиева ике раунд эшлекле уйын үткәрҙе. “Йәбештер һәм байы”, тип атала ине уның уйыны. Маҡсат – тулы ҡеүәтле бизнесты моделләштереү ине. Был уйындарҙа хәс тә тормоштағыса килеп сыҡты – тренер инстукциялар яҙылған альбомдарҙы уйынсыларға осраҡлы рәүшештә һайлап алырға ҡушты, һөҙөмтәлә кемдер бәхетенә бүлек начальнигы, ассистент, генераль директор, кемгәлер ябай эшсе, водитель, йә һатыусы булыу вазифаһы йөкмәтелде. Дүрт команда тупланып, һәр береһенә бер үк задание бирелде- ҡыҙыу үтекте һул ҡул менән генә ҡулланып, пластмасс бисерҙарҙы билдәле формаға һалып, мөмкин тиклем тиҙ йәбештереү, йәғни сәнәғәттә етештереүсәнлекте арттырыу. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәләрҙән ситкә тайпылырға ярамай, юғиһә, штрафтар һалына. Кемдер үтекте уң ҡул, йә ике ҡул менән дә ҡулланыу хоҡуғын алды, әммә был осраҡта эш хаҡы әҙерәк түләнә ине. Тәү ҡарашҡа был әллә ни күңелле уйын булмаһа ла, тиҙҙән зал бик йәнләнде, һәр кем үҙ командаһы менән билдәле ваҡыт арауығында үҙ эшен башҡарырға ашыҡты. Әйткәндәй, команда составы төрлө йәштәге кешеләрҙән булһа ла, барыһы ла берҙәм генә тотондо, бер-береһе менән таныш булмаһалар ҙа уртаҡ тел табып, күмәк көс менән алға ынтылды. Ошонда инде иң ҡыҙығы башланды- кемдер шунда уҡ паникаға бирелеп, генераль директор булыуҙан баш тартып маташты, бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнгәндәр баҙап ҡалды, әммә вазифаларын бушатырға ҡыйыулыҡтары барыбер етмәне, ә бына ябай эшселәр һәм һатыусылар сәмләнеп эшкә бирелде. Шарт буйынса һәр кем үҙенә тапшырылған эште генә башҡарырға тейеш ине, шунлыҡтан прозводствоға ярҙамға ынтылған һатыусылар шунда уҡ штрафҡа юлыҡты, тиҙ генә 30 процент кредит алып, үҙ производствоһын шәп кенә алға ебәрергә тырышыусылар табылды, кемдер кредитҡа инмәй, үҙ көсө менән йөкләмәне атҡарырға ниәтләне. Уйын тамамланды, һөҙөмтәләр буйынса дүрт команда ла йомғаҡлауҙа бурысҡа батты- аҡсалары эш хаҡына, тауарға, бензинға, кредит түләүгә китте, табыш алынманы. Бракланған продукция күп ине. Йөктө нормативтан тыш тейәп алға ынтылған шоферҙар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙә ғәйепләнеп, язаға тарттырылды. Штрафтар ҙур минус яһаны, бынан тыш һалым һуңғы һумдарҙы алып бөттө. Икенсе раундта бер кем дә кредит алырға теләмәне, һәр кем үҙ эшен генә башҡарырға тырышты, продукцияның әҙ, әммә юғары сифатлы булыуына иғтибар иттеләр, һөҙөмтәлә яҡшы хаҡҡа һатып, түккән хеҙмәт хаҡын сығара алдылар. Икенсе раундтан барлыҡ командалар ҙа әҙ ген юғалтыу, хатта әҙме-күпме табыш менән сыға алды. Марина бизнеста ла шундай тәүге уңышһыҙлыҡтарҙан күңелде төшөрмәй, киләһе аҙымдарҙы үлсәп баҫып, хаталарҙы ҡабатламай, алға түҙемле барырға өндәне. “Үкенескә күрә, тормошта кешенең үҙ урынында булмауы йыш осрай, шуға ла күмәк көс менән тотонған бизнес һөрлөгөп, туҡтап ҡала, был хәл булмаһын өсөн, алдан иҫәпләү эштәрен башҡарыр кәрәк шул”, -тине. Һиҙелер-һиһелмәҫ кенә дерелдәгән ҡулдар, ҡыҫылған ирендәр, төйнәлгән ҡаштар менән уйында ихлас һәм етди уйнаған бәйгеселәр ситтән ҡарағанда хөрмәт уятты… Бизнес-тренер, психолог Светлана Пискарева, “Командала конфликттар” темаһына һөйләне, ситуацияларҙан юғалтыуһыҙ сығыу юлдарын өйрәтте. Етәксенең тәртип стиле, хеҙмәткәрҙең өлгөрөү кимәле ҙур роль уйнауын аңлатты. Ҙур мотивация, бәләкәй квалификация менән килгән хеҙмәткәрҙең тәүге уңышһыҙлыҡтарҙан, әҙ эш хаҡынан рухи төшөнкөлөккә бирелгән саҡта уның эш урынына китмәүе өсөн шарттар булдырырға өндәне, сөнки эшләр өсөн эшселәр һәр саҡ кәрәк. Адаптация ауыр үтһә, хеҙмәт хаҡы түбән булһа, бынан тыш конфликттар үҙәгенә үтһә - кем эш урынында ҡалһын, шуға күрә лә кемдер остаз, профессионал булырға тейеш, команда ла эш үҙ ағышы менән барыу йыш ҡына караптың ҡомға терәләүе менән тамамлана, тине. Ни өсөн хеҙмәткәр командала ҡала, сәбәптәр күп- коллективта һәйбәт мөғәмәлә булһа, стаж өсөн, тотороҡло эш хаҡы, йәнә башҡа һайлау мөмкинлеге булмауы тота. Хеҙмәткәр китмәһен өсөн уға үҙеңдең оҫталығыңды һатыр кәрәк, уның мотивацияһын көсәйтер, ярҙам итер кәрәк, тине Светлана. Светлана алға бер нисә уйынсыны сығарып, һорау бирҙе:”Һеҙҙе әҙәм ашаусылар пленға алды, улар ас, ғүмерегеҙҙе нисек һаҡлап ҡалыр инегеҙ, нимәләр әйтеп?”, тип һорау бирҙе. Беренсе уйынсы үҙен ашарға яраҡһыҙ (ихтимал, ағыулы), тип аңлатты, уны ашау хәүефле булыуын иҫбатларға маташты.Икенсе уйынсы үҙенең вегетериансы булыуы, үҙен ашамаһалар, ошо рәүешле туҡланыуға күсеүҙе өйрәтәсәген, шуның менән уларҙың ғүмер оҙайлығын күбәйтергә өйрәтәсәген вәғәҙәләне. Өсөнсө уйынсы, мине ашамағыҙ, мин һеҙҙең кеүек үк әҙәм ашаусы, тип уртаҡ тел табырға, хатта тегеләр төркөмөнә ҡушылырға әҙер булыуын белдерҙе. Дүртенсе уйынсы әҙәм ашаусыларҙың донъяға ҡарашын үҙгәртергә ынтылды, кеше ашау иң гөнаһлы, иң бысраҡ йәшәү рәүеше икәнлеген һөйләне. Һөҙөмтәлә кеше ашаусылар вегетариансы ҡатынды ғына әлегә ҡалдырып (сөнки ул ҡыҙыҡ һәм файҙалы тәҡдим яһаны), ҡалғандарын ашарға ҡарар ҡылды. Тормош – һынау, унда ғүмерен нисек һаҡлап ҡалыуҙы йыш ҡына һәр кем үҙе хәл итә – аҡылы етһә-ҡала, аҡылы юҡ икән-ҡорбан була. Уйын аша ошо әсе хәҡиҡәт йәнә иҫкә төшөрөлдө.Сираттағы спикер Интеллектты үҫтереү үҙәге етәксеһе, бизнес-тренер, Татъяна Толстова, идеаль эшҡыуарлыҡ булмауын билдәләне.Тырмаға бер баҫып, һабаҡ алғанһың икән, икенсе юлы һағыраҡ булырға өндәне –анализ яһай белергә кәрәк. Яңы эштәргә, ысулдарға тотоноуҙан ҡурҡмаҫҡа, тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итергә.Аудит-анализ бик мөһим. Көс-ҡеүәте бөтөп хәлһеҙләнгән хеҙмәткәрҙәргә энергия биреү юлдарын табыу. Эште алға алып барыу өсөн мөмкинлектәрҙе тулы ҡулланыу, иҫкелеккә йәбешеп ятмау, сөнки заман үҙгәреп тора.Бизнес менән шәхси тормошто бутамау, йәғни, эшҡыуарлыҡта – айырым пландарың булырға тейеш.Йәшәү мәғәнәһе - маҡсатта, ул маяҡ кеүек алға саҡырып, өмөтләндереп, бәләкәй генә булһа ла алға аҙымдар яһарға осҡон биреп торорға тейеш.

Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе эшҡыуарлыҡҡа өйрәтергә ваҡыт етте, Йәки, иң мөһим дәрес.

Һуңғы бер йыл эсендә республикала, республика Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса, йүнселлекте үҫтереү мәсьәләләренә ныҡлы иғтибар бирә башланылар, халыҡта эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙың ыңғай һәм емешле яҡтары аңлатыла, ошо юҫыҡта уңыштарға өлгәшкәндәрҙең өлгөһө күрһәтелә. “Тырышҡан -ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, тигәндәй тәүҙә бик икеләнеп тотонған эштәрҙе лә бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла алға барып, маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Шулай ҙа күптәр был еңел булмаған юлда һалымдарға, һәр төрлө шарттарға яраҡлаша алмағанлыҡтан туҡтап ҡала.Бер кем дә миллионер булып тыумай, бөгөн уңышлы булып һаналғандар ҙа табышлы эшләү өсөн ҙур яңлышлыҡтар, юғалтыуҙар, һынауҙар аша килгән. Районыбыҙҙы ғына алғанда ла, күп кенә ир-егеттәр Себер һәм Мәскәү, Санкт-Петербург юлдарын оҙайлы йылдар тапай. Тик береһенең дә миллионер булып киткәнен ишеткән-күргән юҡ, ә бына йәнтөйәгендә эшҡыуарҙар араһында күтәрелгәндәр әҙ түгел, һәр хәлдә, республика, Рәсәй буйынса һүҙ йөрөткәндә. Район хакимиәте үткәргән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” рәсми сараһында ғәҙәттә инде аяғында ныҡлы баҫып торған йүнселдәр саҡырылып, улар инде яңы проекттарын тәҡдим итә, килешеү төҙөй. Ә бына яңыларына ҡанат ҡуйыу өсөн өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре бик кәрәк ине. Шуға күрә лә ошо көндәрҙә Өфөнән “Рәсәй терәге” ойошмаһының эксперт төркөмө килеп, эшҡыуарҙарға һәм ошо ниәт менән янғандарға уҡыу ойоштороуҙа ҡатнашыуы барыһында ла ҙур хуплау тапты. Әйткәндәй, “Рәсәй терәге” уҡыу үткәреү буйынса был акцияны октябрҙә генә башлаған, республиканың ун районын һәм Бәләбәй, Күмертау, Нефтекамск кеүек моноҡалаларҙы йөрөп сыҡмаҡсылар. Бөгөнгө сараға яҡташыбыҙ, “Рәсәй терәге” йәмғиәте ағзаһы, уның ҡатын-ҡыҙҙар комитеты рәйесе, БР етәксе ҡатындар ассамблеяһы рәйесе, эшҡыуар Айгөл Әбелхәерованың килеүе йәм өҫтәне, ул үҙе лә ”Тыуған районымды исемлеккә тәүгеләрҙән булып индерергә өлгәштем, үҙебеҙҙең шәп егеттәргә һәм ҡыҙҙарға ярҙам ҡулы һуҙаһы килә, шулай уҡ шәхси йүнселдәрҙе ойошмаға ағзалыҡҡа саҡырабыҙ”, – тине. Уның әйтеүенсә, әлегә эшҡыуарҙарҙы уҡытыу проектын улар төбәктәрҙә ярҙамдан - бушлай башҡара, әммә киләсәктә махсус саҡырылған осраҡтарҙа түләүле саралар үткәрергә мөмкиндәр.

Район хакимиәте залына йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ, инвестиция мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Тимур Ходжибеков сәләмләне, инеш һүҙе менән сығыш яһаны:

– Эксперт төркөмөн беҙгә уның әйҙәүсе белгесе, яҡташыбыҙ Айгөл Әбелхәерова алып килде, ҙур рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, башҡа райондарҙа проект ғәҙәттә киске ваҡытта, ҙур гала-ултырыш менән үткәрелгән, Ейәнсура башҡаланан йыраҡта урынлашыуын, миҙгел шарттарын иҫәпкә алып, бөгөн көндөҙгө форматта үтәсәк. Артабан һүҙ спикерҙарға биреләсәк, барығыҙҙың да сарала әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы, унан мөмкин тиклем ҙур файҙа-мәғлүмәт алып, ҙур эштәргә тотонорға ҡыйыулыҡ туплап, рухланып таралышыуығыҙҙы теләйем, –тине.

Беренсе булып эшҡыуар, ПРО БИЗНЕС академияһын төҙөүсе Олег Сәйфуллин һөйләне. Олег Өфөлә франшиза (әҙер өлгө мәғәнәһендә)-бизнес филиалын асҡан, бизнес инстукцияларын таратыу, блогерлыҡ (бигерәк тә “Бәйләнештә” һәм Инстаграмм сайттарында шөғөлләнә, йәғни франшизаны “төргәкттәргә төрөп”, бизнес һата. 8-16 йәшлек балаларҙы (үҫмерҙәрҙе) эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәтә. Шул балалар араһында эшҡыуарлыҡ темаһына төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаусылар бар. Йыл эсендә 250-ләп бала уҡыу үтте, тине ул. 5000-дән ашыу кеше тренингтарымда булды, тине, шул иҫәптән 137 эшҡыуар курс үткән.Йылына яҡынса 100 оҫталыҡ дәресе ойошторған. “Ун өс йәшемдән картуф үҫтереп һатып, шул аҡсаға мәктәп кәрәк-ярағы алыуҙан башланды аҡса тәмен белеүем”,- тине Олег. “Маҡсатығыҙҙы яҙып, конкретлаштырығыҙ, хыял менән генә мауыҡмағыҙ”, тип кәңәш бирҙе залдағыларға һәм әйткәнен раҫлап, оҙаҡ ҡына лекция уҡыны.

Уйындар аша практик бизнес-тренер Марина Ҡорбанғәлиева ике раунд эшлекле уйын үткәрҙе. “Йәбештер һәм байы”, тип атала ине уның уйыны. Маҡсат – тулы ҡеүәтле бизнесты моделләштереү ине. Был уйындарҙа хәс тә тормоштағыса килеп сыҡты – тренер инстукциялар яҙылған альбомдарҙы уйынсыларға осраҡлы рәүшештә һайлап алырға ҡушты, һөҙөмтәлә кемдер бәхетенә бүлек начальнигы, ассистент, генераль директор, кемгәлер ябай эшсе, водитель, йә һатыусы булыу вазифаһы йөкмәтелде. Дүрт команда тупланып, һәр береһенә бер үк задание бирелде- ҡыҙыу үтекте һул ҡул менән генә ҡулланып, пластмасс бисерҙарҙы билдәле формаға һалып, мөмкин тиклем тиҙ йәбештереү, йәғни сәнәғәттә етештереүсәнлекте арттырыу. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәләрҙән ситкә тайпылырға ярамай, юғиһә, штрафтар һалына. Кемдер үтекте уң ҡул, йә ике ҡул менән дә ҡулланыу хоҡуғын алды, әммә был осраҡта эш хаҡы әҙерәк түләнә ине. Тәү ҡарашҡа был әллә ни күңелле уйын булмаһа ла, тиҙҙән зал бик йәнләнде, һәр кем үҙ командаһы менән билдәле ваҡыт арауығында үҙ эшен башҡарырға ашыҡты. Әйткәндәй, команда составы төрлө йәштәге кешеләрҙән булһа ла, барыһы ла берҙәм генә тотондо, бер-береһе менән таныш булмаһалар ҙа уртаҡ тел табып, күмәк көс менән алға ынтылды. Ошонда инде иң ҡыҙығы башланды- кемдер шунда уҡ паникаға бирелеп, генераль директор булыуҙан баш тартып маташты, бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнгәндәр баҙап ҡалды, әммә вазифаларын бушатырға ҡыйыулыҡтары барыбер етмәне, ә бына ябай эшселәр һәм һатыусылар сәмләнеп эшкә бирелде. Шарт буйынса һәр кем үҙенә тапшырылған эште генә башҡарырға тейеш ине, шунлыҡтан прозводствоға ярҙамға ынтылған һатыусылар шунда уҡ штрафҡа юлыҡты, тиҙ генә 30 процент кредит алып, үҙ производствоһын шәп кенә алға ебәрергә тырышыусылар табылды, кемдер кредитҡа инмәй, үҙ көсө менән йөкләмәне атҡарырға ниәтләне. Уйын тамамланды, һөҙөмтәләр буйынса дүрт команда ла йомғаҡлауҙа бурысҡа батты- аҡсалары эш хаҡына, тауарға, бензинға, кредит түләүгә китте, табыш алынманы. Бракланған продукция күп ине. Йөктө нормативтан тыш тейәп алға ынтылған шоферҙар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙә ғәйепләнеп, язаға тарттырылды. Штрафтар ҙур минус яһаны, бынан тыш һалым һуңғы һумдарҙы алып бөттө. Икенсе раундта бер кем дә кредит алырға теләмәне, һәр кем үҙ эшен генә башҡарырға тырышты, продукцияның әҙ, әммә юғары сифатлы булыуына иғтибар иттеләр, һөҙөмтәлә яҡшы хаҡҡа һатып, түккән хеҙмәт хаҡын сығара алдылар. Икенсе раундтан барлыҡ командалар ҙа әҙ ген юғалтыу, хатта әҙме-күпме табыш менән сыға алды. Марина бизнеста ла шундай тәүге уңышһыҙлыҡтарҙан күңелде төшөрмәй, киләһе аҙымдарҙы үлсәп баҫып, хаталарҙы ҡабатламай, алға түҙемле барырға өндәне. “Үкенескә күрә, тормошта кешенең үҙ урынында булмауы йыш осрай, шуға ла күмәк көс менән тотонған бизнес һөрлөгөп, туҡтап ҡала, был хәл булмаһын өсөн, алдан иҫәпләү эштәрен башҡарыр кәрәк шул”, -тине. Һиҙелер-һиһелмәҫ кенә дерелдәгән ҡулдар, ҡыҫылған ирендәр, төйнәлгән ҡаштар менән уйында ихлас һәм етди уйнаған бәйгеселәр ситтән ҡарағанда хөрмәт уятты…

Бизнес-тренер, психолог Светлана Пискарева, “Командала конфликттар” темаһына һөйләне, ситуацияларҙан юғалтыуһыҙ сығыу юлдарын өйрәтте. Етәксенең тәртип стиле, хеҙмәткәрҙең өлгөрөү кимәле ҙур роль уйнауын аңлатты. Ҙур мотивация, бәләкәй квалификация менән килгән хеҙмәткәрҙең тәүге уңышһыҙлыҡтарҙан, әҙ эш хаҡынан рухи төшөнкөлөккә бирелгән саҡта уның эш урынына китмәүе өсөн шарттар булдырырға өндәне, сөнки эшләр өсөн эшселәр һәр саҡ кәрәк. Адаптация ауыр үтһә, хеҙмәт хаҡы түбән булһа, бынан тыш конфликттар үҙәгенә үтһә - кем эш урынында ҡалһын, шуға күрә лә кемдер остаз, профессионал булырға тейеш, команда ла эш үҙ ағышы менән барыу йыш ҡына караптың ҡомға терәләүе менән тамамлана, тине. Ни өсөн хеҙмәткәр командала ҡала, сәбәптәр күп- коллективта һәйбәт мөғәмәлә булһа, стаж өсөн, тотороҡло эш хаҡы, йәнә башҡа һайлау мөмкинлеге булмауы тота. Хеҙмәткәр китмәһен өсөн уға үҙеңдең оҫталығыңды һатыр кәрәк, уның мотивацияһын көсәйтер, ярҙам итер кәрәк, тине Светлана.

Светлана алға бер нисә уйынсыны сығарып, һорау бирҙе:”Һеҙҙе әҙәм ашаусылар пленға алды, улар ас, ғүмерегеҙҙе нисек һаҡлап ҡалыр инегеҙ, нимәләр әйтеп?”, тип һорау бирҙе. Беренсе уйынсы үҙен ашарға яраҡһыҙ (ихтимал, ағыулы), тип аңлатты, уны ашау хәүефле булыуын иҫбатларға маташты.Икенсе уйынсы үҙенең вегетериансы булыуы, үҙен ашамаһалар, ошо рәүешле туҡланыуға күсеүҙе өйрәтәсәген, шуның менән уларҙың ғүмер оҙайлығын күбәйтергә өйрәтәсәген вәғәҙәләне. Өсөнсө уйынсы, мине ашамағыҙ, мин һеҙҙең кеүек үк әҙәм ашаусы, тип уртаҡ тел табырға, хатта тегеләр төркөмөнә ҡушылырға әҙер булыуын белдерҙе. Дүртенсе уйынсы әҙәм ашаусыларҙың донъяға ҡарашын үҙгәртергә ынтылды, кеше ашау иң гөнаһлы, иң бысраҡ йәшәү рәүеше икәнлеген һөйләне. Һөҙөмтәлә кеше ашаусылар вегетариансы ҡатынды ғына әлегә ҡалдырып (сөнки ул ҡыҙыҡ һәм файҙалы тәҡдим яһаны), ҡалғандарын ашарға ҡарар ҡылды. Тормош – һынау, унда ғүмерен нисек һаҡлап ҡалыуҙы йыш ҡына һәр кем үҙе хәл итә – аҡылы етһә-ҡала, аҡылы юҡ икән-ҡорбан була. Уйын аша ошо әсе хәҡиҡәт йәнә иҫкә төшөрөлдө.

Сираттағы спикер Интеллектты үҫтереү үҙәге етәксеһе, бизнес-тренер, Татъяна Толстова, идеаль эшҡыуарлыҡ булмауын билдәләне.Тырмаға бер баҫып, һабаҡ алғанһың икән, икенсе юлы һағыраҡ булырға өндәне –анализ яһай белергә кәрәк. Яңы эштәргә, ысулдарға тотоноуҙан ҡурҡмаҫҡа, тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итергә.Аудит-анализ бик мөһим. Көс-ҡеүәте бөтөп хәлһеҙләнгән хеҙмәткәрҙәргә энергия биреү юлдарын табыу. Эште алға алып барыу өсөн мөмкинлектәрҙе тулы ҡулланыу, иҫкелеккә йәбешеп ятмау, сөнки заман үҙгәреп тора.Бизнес менән шәхси тормошто бутамау, йәғни, эшҡыуарлыҡта – айырым пландарың булырға тейеш.Йәшәү мәғәнәһе - маҡсатта, ул маяҡ кеүек алға саҡырып, өмөтләндереп, бәләкәй генә булһа ла алға аҙымдар яһарға осҡон биреп торорға тейеш.

Иң аҙаҡтан Айгөл Әбелхәерова сығыш яһаны, залда һуңғы түҙемлектәрен һаҡлап, ҡала алғандарға бер нисә тапҡыр рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, был аяуһыҙ уйындар ахырына залдан берәм-берәм шылыусылар хәтһеҙ ине, сара аҙағынаса иң сабырлылар, йәки сәмлеләр ҡалды. Әммә ҡалғандар бөгөнгө сараға юҡҡа ғына килмәгәндер - эстән ныҡлыҡтары,маҡсаттары бар.

– Бөгөн йәштәр бында күп килеүе ҡыуандырҙы, эшҡыуарҙар әҙ булыуы тәбиғи хәл күренде.Төрлө райондарҙа залдың төрлө кимәлдәге составта булыуын үҙ күҙебеҙ менән күрә киләбеҙ.Бөгөн мәктәптәрҙән 11-се кластарҙы ла саҡырыр кәрәк булғандыр, ни тиһәң дә, ҙур тормош юлы алдында, һайлау алдындап торалар, улар араһында киләсәктә эшҡыуарҙар күрергә теләр инек. Ейәнсура эшҡыуарҙарын “Рәсәй терәге” эшҡыуарҙар йәмғиәтенә ағзалыҡҡа саҡырам, йәнә 20 декабрҙә Өфөлә “Өфө уттары”нда елка үткәрәсәкбеҙ, шунда саҡырабыҙ. Беҙҙең ойошма йылдан-йыл көсәйергә тейеш. Эшҡыуарҙар бер-береһенә һәр саҡ теләктәшлек менән килһен, – тип тамамланы Айгөл.

Башланғыстар һәр саҡ ҡытыршылыҡтар менән оҙатыла. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе бик үк еңелдән булмаһа ла, һәр кем күңелендә уй-фекер ҡалдырғандыр. Бындай файҙалы дәрестәр районда йышыраҡ ойошторолоуын күрге килә. Ни өсөн тигәндә, мәктәптәрҙә беҙҙең балалар барлыҡ фәндәрҙе өйрәнә, әммә, үкенескә күрә, иң мөһим дәрес – эшҡыуарлыҡ дәресе генә программала ҡаралмаған, хатаны төҙәтергә ваҡыт, еткәндер.
Читайте нас: