Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Дәүләт советы ултырышында ҡатнашты. Ул аграр сәйәсәт темаһына арналды. Көн тәртибендә – һөҙөмтәлелек, ауыл хужалығы етештереүе һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре булды.
Президент Владимир Путин белдереүенсә, һуңғы ваҡытта ауыл хужалығы үҫешенең уртаса темпы илдәге дөйөм иҡтисад күрһәткестәренән юғарыраҡ. 11 ай эсендә ауыл хужалығы етештереүе кимәле 4,1 процентҡа үҫкән. Яйлап эре холдингтар һәм структуралар ғына түгел, фермер хужалыҡтарының да дөйөм һөҙөмтәгә индергән өлөшө арта. Әгәр 2010 йылда уның күләме 7,2 процент тәшкил итһә, быйыл 12,9 процент кимәлендә көтөлә.
- Шул уҡ ваҡытта мин шуны ныҡлы беләм: әгәр беҙ бер принципаль һорауҙы хәл итмәһәк, тармаҡ артабан да былай уңышлы үҫешә алмаясаҡ. Ниндәй мәсьәлә тиһегеҙме? Ауылда тормош сифаты, - тине Владимир Путин. – Беҙҙең ауыл биләмәләре әле һаман социаль урынлашыу, көнкүреш уңайлылығы һәм инфраструктура үҫеше буйынса артта ҡала. Был айырма ватан агросәнәғәт комплексының уңыштары янында айырыуса ныҡ һиҙелә.
Ултырышта ҡатнашыусылар “2015 - 2019 йылдарҙа ауыл биләмәләреның тотороҡло үҫеше стратегия”һын һәм “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа төбәктәр ролен тикшерҙе.
Дәүләт советында ҡатнашыусылар айырыуса иғтибарҙы агросәнәғәт комплексы үҫеше йомғаҡтарына бирҙе, шулай уҡ тармаҡ алдында торған бурыстарҙы тикшерҙе. Бынан тыш, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам, ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү, ауыл биләмәләрен социаль һәм инженер инфраструктура менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан ауыл хужалығының тулайым продукцияһы күләме буйынса илдә - етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Беҙҙең төбәк өсөн традицион тармаҡтар булып йылҡысылыҡ һәм ҡортсолоҡ һанала. Башҡортостан бал һәм ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урында. Шулай уҡ республика һыйыр ите етештереү буйынса - беренсе, һөт етештереү, һыйыр малы һаны буйынса – икенсе урында.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл республикала 3,25 миллион тонна иген йыйылған, был былтырғы осор менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк. 11 ай эсендә барлыҡ категориялар хужалыҡтары 342 мең тонна һыйыр малы һәм ҡош ите етештергән, 1,5 тонна һөт һауылған.
Агросәнәғәт комплексының төп капиталына инвестиция күләме туғыҙ ай эсендә 4,6 миллиард һум тәшкил иткән. Дөйөм суммаһы 86,5 миллиард һум тәшкил иткән 40 өҫтөнлөклө инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар алты мең самаһы яңы эш урыны булдыра.