Бөтә яңылыҡтар

Хамин

Ҡурҡыу белмәҫ фермер Яңы Петровка ауылында төпләнгән Олег Александрович Хамин бөгөнгө көндө райондың тырыш фермерҙарынан иҫәпләнә. Нисәмә йылдар ныҡышып юллай торғас, ниһайәт, дәүләт ҡаҙнаһынан ике миллион аҡсалата ярҙам алыуға ирешкән һәм бирелгән суммаға тоҡомло һыйыр малдары һатып алған. -Үҙемдең малсылыҡты үҫтереүгә һәләтле кеше икәнлегемде раҫлап, байтаҡ йылдар министрлыҡ тупһаһын тапарға тура килде. Ошо мәсьәләне нисек хәл итергә тип күпме төндәр йоҡламауымды, күпме нервы бөтөрөүемде үҙем генә беләм. “Фаворит» ЯСЙ-һынан Илгиз Искәнйәров, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ришат Мәҡсүтов,район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге белгесе Тәслимә Ҡыуатова төплө кәңәштәре, практик ярҙамдары менән мине хыялыма яҡынайттылар. Дауамы :

Иң беренсе район хакимиәтененә алған өс йөҙ мең һумға алты яҡшы тоҡомло һыйыр һатып алдым, уларҙың һәр береһе ун һигеҙ-егерме литр һөт биреп ҡыуандырҙы.Миллион ала торған проектта дүрт тапҡыр ҡатнаштым, беренсе тапҡыр Өфөгә барғанымда ярҙам һорауымды кире ҡаҡтылар, икенсе мәртәбә субсидия бүлергә ҡарар иттеләр. Тракторым бар, һарай һәм ҡаралтылар төҙөүгә бер-бер артлы өлөкһөҙ кредит юлланым. Әлеге көндә айына алтмыш мең һум кредит түләп торам. Бер ниндәй эштән дә ҡурҡмауымды әйтә алам, бала саҡтан атайым эшләтеп, әрһеҙ үҫтерҙе,-ти.

Атаһы Александр Иванович Бәләбәй ауыл хужалығы техникумынан һуң ғүмере буйы “Заветы Ильича” колхозында баш инженер, әсәһе йыйыштырыусы, склад мөдире, колхозда кассир булып тир түккән. Хаминдар ғаиләһендә өс бала үҫкән, Олег-төпсөк. Ағаһы Валерий Байконурҙа хәрби училище тамамлағандан һуң хаҡлы ялғаса хәрби булып эшләгән, вертолеттар менән эш иткән, наградалары ла бар. Ошо йылдар эсендә ситтән тороп төҙөлөш институтында уҡыған. Әлеге көндә ҡул аҫтындағы ике йөҙ-өс йөҙ эшсеһе менән оло төҙөлөш эштәрен атҡара, үҙ шәхси фирмаһын тота. Апаһы Татьяна ла тормош иптәше менән хәрби хеҙмәт юлын үткән, Олегтың был туғандары барыһы ла Воронеж ҡалаһында йәшәй.

Олег йәшләй урындағы колхозда эшләй башлаған, атаһы менән тирмән төҙөүҙә ҡатнашҡан, төрлө биналарҙы ремонтлаған. Яңы Петровкала үҙ эшен киң йәйелдермәксе булып, бар, аҙыҡ-түлек магазины асып булышҡан. Халыҡтың көтәсәккә яҙҙырып алып, бурысын түләмәй аптыратыуы был эштәренән биҙҙергән, ябырға мәжбүр иткән.Иҫәнғолдағы төҙөлөш бригадаһына эшкә төшөп, байтаҡ ҡына мәктәп, магазиндар, башҡа биналар төҙөүҙә көс һалған, шулай ташсы һөнәрен һәйбәтләп үҙләштергән, кәрәк булһа, мастерҙы ла, прорабты ла алмаштырған.


Олегтың тормош юлы байтаҡ һынауҙарға дусар булған. Мәҫәлән, күперҙән машинаһы менән осоп, юл фажиғәһенә тарыған, автомашинаһы тулыһынса йәнселһә лә, үҙенә бер ни ҙә булмауын шул осорҙа яҡшылап дин менән ҡыҙыҡһына башлауы менән бәйләй. Машинаһын ҡырҡ мең һумға ғына һатып, йәш ир дүрт үгеҙ һәм йәнә бер нисә баш мал һатып ала. Тәге ниәте малдарҙы һимертеп һатыу булһа ла, таналарҙың быҙаулай башлауын күреп, йәлләй, был уйынан кире һүрелеп, малдарҙы үрсетергә ҡарар ҡыла. Шулай һыйыр малы йылдан-йыл бишәр башҡа артып, ун туғыҙ башҡа етә, әлеге ваҡытта эре баш малы илле дүрт башҡа еткән.Быйыл һауын аппараты менән һауып, йәй буйы литрын ун бер һумдан ғына һөт тапшырып торғандар.Йәнә һауын аппараты алыуҙы плашлаштыра ғаилә. Хужаның сусҡалары ла, бал ҡорто күстәре лә бар. Һыйыр һөтөнән сыр етештереп ҡарағандар, әлегә үҙҙәре өсөн генә. Ваҡытында ит тә һатып килем алғандар.Биш йөҙ квадрат метрлы ҙур һарай менән лапаҫлыҡ төҙөүгә байтаҡ сығым киткән.


Олегтың бесәнлеге бар. Хыялы-тирә-йүндәге буш ятҡан яландарҙы үҙенә алып, эшкәртеү, иген сәсеү.Комбайн, башҡа техника һатып алғыһы килә. Рус Үргене ауылы янында ферма төҙөү ниәте бар.

Олег күп яҡлы шәхес, уның менән теләгән темаға иркенләп һәм ҡыҙыҡлы һөйләшергә була. РФ Президенты Путинды маҡтай, эшләйем тигәндәрҙең ҡулына һуҡмай ҙа баһа, ти ул.

Олег хатта үҙенең тормош юлын яҙып ҡайҙалыр китап итеп сығарыуға тапшырған, әммә әлегә осо-ҡырына сыға алмаған был эштең. Йәш ир ете-һигеҙ йыл дин юлында, үҙ теләге һәм халыҡ ышанысы менән урындағы храмды тергеҙеүгә көс һала, кешеләр йыйҡан аҡсаға сиркәүҙең ҡыйығын япҡан, башҡа эштәрҙе башҡара.Биләмәлә дини йолаларҙы атҡарыу эштәрен ойоштороусы староста ул.Дини хеҙмәт борон булғанда, әсәһе яҡлап ҡартатаһы староста булған, шуға Олег дини юлға осраҡлы эләкмәүе менән ғорурлана.

- Әсәйем яҡлап грек ҡаны ла бар, эвакуацияланып, һуғыштан һуң ҡалғандар.Биш балаһы менән, немецтәр, партизандарға ярҙамлашҡан өсөн, ике тапҡыр атырға алып сығып, атмай ҡалдырғандар, өләсәйем ҡурҡыу белмәгән, шуға ла мин дә ҡурҡыу төшөнсөһенән йыраҡ торам, -ти Олег.


Олег Александрович ете бала атаһы. Тәүге ике балаһы беренсе ҡатыны менән йәшәй, икенсе ҡатыны Алена менән ун ете йыл татыулыҡта йәшәп, биш бала үҫтерәләр. Әйткәндәй, Алена башҡорт ҡыҙы, шуға Олег башҡорттарҙы үҙ туғанындай яҡын күреп, хөрмәтле ҡарашта. Эштәре бихисап күп, ихатала яңы йортто ла ҡыйыҡ аҫтына ултыртҡан.Хужа зарланмай, киреһенсә, үҙенең тырышлығына дәүләт яғынан иғтибар артыуына шат. Хаминдар ғаиләһе сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, йорттоң мөйөшөндә иконалар тороуы уның дини юлда ысынлап булыуын раҫлай.

Олег Хаминдың буш ваҡыты юҡ. Район ерлегендә шундай сәмле фермер килеп сығыуы башҡаларға ла һәйбәт өлгө.


Әнисә Бикташева.
Читайте нас: