Йәштәр ауылда ҡалмай, ауылда эш юҡ тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура, әлбиттә. Әммә ялҡау сәбәп эҙләгәнсе, йүнсел йүнен тапҡан, тигәндәй, тырыштар ҡайҙа ла матур тормош ҡорорға, донъя көтөргә ынтыла. Берәүҙәр оҙон аҡса, бәхет эҙләп сит тарафтарға сығып киткәндә, үҙ еренең хужаһы булып, тыуған ауылында йәшәргә ҡалыусылар ҙа байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе ул – Әлебай ауылында йәшәүсе йәш фермер Илфат Хәсәев.
Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Илфат та атаһы Хәлим ағайҙың ергә, хеҙмәткә булған һөйөүен күреп, унан өлгө алып үҫә. Кәңәшсеһе лә, ярҙамсыһы ла һәр саҡ янында булған егет, ҙур эшкә тотонорға йөрьәт итә. Эшләргә теләге һәм тырышлығы булғандарға хөкүмәт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Илфат район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мал һуйыу цехы төҙөү ниәте менән сыҡҡайны. Был проект килем килтереүсе проект булараҡ, яҡлау таптыһәм уны тормошҡа ашырыуға грантҡа эйә булды. Әле Абзан ауылында цех төҙөү эше йылдам бара.
Йәш фермерҙыңбыл башланғыс менән генә сикләнергә иҫәбе юҡ. Йылҡысылыҡ тармағында ла үҙен һынап ҡарау ниәте менән, “Агростартап” программаһында ҡатнашып, йәнә лә бер грантҡа эйә булған. Хәсәевтар үткән аҙнала был ярҙамға Учалы районының тоҡомсолоҡ заводынан башҡорт тоҡомло аттар алып ҡайтҡан. Малдарҙы ҡайтарыуға һарай ҙа, етерлек бесән-һаламы ла әҙерләнгән. Һуғарыу өсөн һыу алғыс хәстәрләнгән. Йылҡылар ай ярым дауам итәсәк карантинда ошо һарайҙа ғына торасаҡ.
Илфатҡа – оло башланғысында уңыштар, ә ауылдарыбыҙға Илфат кеүек рухлы, тырыш йәштәр булыуын теләйбеҙ. Ә эш башларға, тыуған ерендә хеҙмәт итергә теләүселәргә иһә хөкүмәт тәҡдим иткән ярҙамдар, уларҙа ҡатнашыу, проекттар төҙөү йәһәтенән мәғлүмәт-консультация үҙәге, ауыл хужалығы идаралығы һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.