Бөтә яңылыҡтар

Кемгә Рустә йәшәү еңел йәки Ҡасан башҡортҡа йәшәү еңел булған?

Рус яҙыусыһы Н. А. Некрасовтың ошондай исемле поэмаһы бар. Минең дә был яҙмам шул поэмаға ауаздаш, тик һүҙ башҡортомдоң йәшәйеше тураһында булыр.Бер аҙ тарихТарих был турала нимәләр яҙа, ниҙәр булған? Ниҙәр күргәнбеҙ?Күптәребеҙ, бигерәк тә йәштәр, хәҙер тормош бик ауыр, ауылда эш юҡ, аҡса юҡ кеүек зарланыуҙарҙан-уфтаныуҙан, төптән уйлап-фекерләп ҡарамай, ҡала йә Себер тарафтарына, йә башҡа яҡтарға китеп эш эҙләйҙәр, эшләйҙәр.Ысынында иһә, ауылда эш юҡмы ни? Ҡайҙа эш бар ҙа, ҡайҙа эш күп? Ҡайҙа һуң әҙәм балаларына йәшәү еңел – ауылдамы, ҡалаламы, Себерҙәме? Ҡасан тормош еңел булған?Хәйҙәр Аҙнабаевтың тулы мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ.

Рус яҙыусыһы Н. А. Некрасовтың ошондай исемле поэмаһы бар. Минең дә был яҙмам шул поэмаға ауаздаш, тик һүҙ башҡортомдоң йәшәйеше тураһында булыр.
Бер аҙ тарих
Тарих был турала нимәләр яҙа, ниҙәр булған? Ниҙәр күргәнбеҙ?
Күптәребеҙ, бигерәк тә йәштәр, хәҙер тормош бик ауыр, ауылда эш юҡ, аҡса юҡ кеүек зарланыуҙарҙан-уфтаныуҙан, төптән уйлап-фекерләп ҡарамай, ҡала йә Себер тарафтарына, йә башҡа яҡтарға китеп эш эҙләйҙәр, эшләйҙәр.
Ысынында иһә, ауылда эш юҡмы ни? Ҡайҙа эш бар ҙа, ҡайҙа эш күп? Ҡайҙа һуң әҙәм балаларына йәшәү еңел – ауылдамы, ҡалаламы, Себерҙәме? Ҡасан тормош еңел булған?
Ҡала тормошона ҡағылмайынса, ауыл-ер кешеһенең йәшәйешен тарихтан иҫкә алайыҡ.
Бына мең йыллыҡ тарих – I–XIX быуаттар. Кемгә еңел булған йәшәүҙәре? Беҙҙең ата-бабаларға еңел булғанмы? Тарихтан билдәле булыуынса, ошо уҙған осорҙа ғына ла һәр төрлө талаш-ыҙғыштар – ырыу-ара, милләттәр араһындағы талаш-низағтар, үлтереш-ҡыйралыштар күпме булған! Күрше тирә-яҡ халыҡтарының барымта-ҡарымталары бер ҙә генә тыныс, әҙ генә булһа ла хәлләнеп, тыныс тормош менән йәшәргә бирмәгән бит! Бигерәк тә беҙҙең башҡорт халҡы татар-монгол, һуңғараҡ дүрт ханлыҡ, ноғай-ҡалмыҡ сапҡындарынан, иҙеүенән йонсоған.
Рус дәүләтендә ҡалғас тә, һәр баш күтәреүҙәрҙән һуң, ике быуат – 200 йылдар араһында булып үткән биш ихтилалдан һуң булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек. Бер “Һөйәнтүш фажиғәһе” генә ни тора! Ошондай хәлдәрҙән һуң иҫән ҡалған ата-бабаларыбыҙға еңел булғанмы!? Һинең өйөңдө яндырып, мал-тыуарыңды ҡыуып, үҙеңде, ҡатыныңды, балаларыңды ҡоллоҡҡа алып китеүҙәре!?
Ә донъя һуғыштары, 1917-1922 йылдар, 1921-1922 аслыҡ-яланғаслыҡтар? 1941 йылға тиклемге һәм һуғыштан һуңғы колхоз осорондағы колхозсы тормошон, мин үҙ күҙҙәрем менән күреп, араһында булып беләм. Был осорҙа еңел булдымы ла, колхозсы яҡшы йәшәнеме?
Һуңғы XIX быуатҡа, йәғни 1860 йылғы реформаға тиклем, хатта Русь дәүләтенең төп халҡы ла ҡол булып йәшәгән бит! Илдең һәр губернаһындағы, өйәҙҙәрендәге һәр ауыл рус байҙары – помещиктар, генералдар, һәр төрлө түрәләр тарафынан бүленеп алынып, ул ауылдарҙағы крәҫтиән көн-төн шул помещик өсөн эшләгән. Түрәләр үҙҙәре губерна үҙәктәрендә, Мәскәү һәм Петербургта ғына йәшәп кенә крәҫтиән-ҡол тапҡанды ашап ятҡан.
Ҡол тинем. Ысынлап та крәҫтиән ҡол булған, сөнки ул замандағы закон шулай булған. Ауыл кешеһе хужаһы өсөн эшләгән, уның рөхсәтенән тыш бер ҡайҙа ла китә алмаған. Теләһә – хужаһы уны язаларға, һатып ебәрергә, хатта үлтерә алған.
Беҙҙең башҡорт ата-бабалар ул тиклем ҡол хәленә төшмәгән. Уның ере, ирке булған – үҙенә-үҙе эшләгән, йәшәгән. Ирекле булған. Әйҙә эшлә генә: мал-тыуар тотаһыңмы, ер эше – игенселек менәнме – ере-пайы булған. Ниндәй мал, күпме аҫырай алһаң – аҫыра, тик йыбанма, ялҡауланма, эшлә! Әлбиттә, күп осраҡта ялҡаулыҡ, ауырыу, мөмкинселек булмау сәбәпле, ата-бабалар күпләп мал-тыуар тота алмаған шул. Ҡул салғыһы, ат һабаны менән ул ваҡыттарҙа эш ҡыйратып булмаған.
“Столыпин реформаһы”нан һуң рус крәҫтиәндәре ирек ала. Күп ерле көнсығыш ерҙәренә, шул иҫәптән Башҡортостанға ла, күпләп күсенеүе башлана. Уларға ер кәрәк була һәм, әлбиттә, беҙҙең ата-бабаларға тағы ла күп ерҙәрен юғалтырға тура килә. Ер – йәшәү урыны, ниғмәт-байлыҡ. Ерһеҙ ҡалыу, ауыл кешеһе өсөн, үҙе ҡоллоҡ!
Коллектив хужалыҡтар һәм хәҙерге йәшәйеш
Быуаттар буйы ҡулайлашҡан, ҡалыплашҡан крәҫтиәндең йәшәйешен ватып-емереп, йәнәһе, кешеләрҙең тормошон тигеҙләйбеҙ, байҙар ҙа, ярлылар ҙа булмаһын тип, утопик большевиктар, егәрле эшсәндәр менән ата ялҡауҙарҙы тигеҙләргә уйлап, ауылдарҙа коллектив хужалыҡтар – колхоз һәм совхоздар ойоштора.
Ауыл тормошон ватып-емереп, һәр төрлө көсләү-ҡурҡытыуҙар менән, шулай “хужаһыҙ” хужалыҡтар төҙөлә. Колхозсы ҡол хәлендә, 60-сы йылдарға тиклем, эш хаҡына хеҙмәт көнө алып, аҡсаһыҙ йәшәне. Хеҙмәт хаҡына көҙөн уңыштарҙы йыйып, дәүләткә һәр төрлө бурыстарҙы түләп-тапшырып бөткәс, ҡалған игенде бүлеште.
Күп осраҡта колхозсыға, бигерәк тә күп балалы ғаиләләргә, был иген, ғәҙәттә, киләһе йылға етмәҫ ине. Бындай хәл, бигерәк тә, беҙҙең яҡтағы аҙ баҫыулы хужалыҡтар өсөн ғәҙәти хәл, йәғни йылдар буйы ҡабатланды.
Хәтеремдә, мәҫәлән, беҙҙең Мәзит ауылы халҡы ошондай хәлдә көн күрҙе. Колхоз ике бригадаға бүленеп эшләне. Аҙна һайын үрге бригаданан 5-6, шул тиклем түбәнге бригаданан, ылау булып, күмәкләшеп, йә “Кершәнник” (Крашенниников, Петровск), йә Һарыҡташ баҙарына кем сана, кем арба, кем тәртә, ҡаҙаҡ-һайғау кеүек ағас әйберҙәр, һис юғы утын тейәп, аҙна һайын сиратлап барып һатып көн күрҙеләр. Атайымдың шундай баҙарҙан ҡайтыуын, ниндәй күстәнәс йә уйынсыҡ алып ҡайтыуын көтөп ултырғандарым әле лә хәтеремдә. Был баҙарҙан тыш, йыш ҡына, ашарына булмағас, ашлыҡ-он өсөн Аҡболаҡ (Ырымбур өлкәһеме, әллә Ҡаҙағстанмы) баҙарына ла барҙылар.
Бына шулай, айҙар, йылдар буйы ҡол хәлендә. Ҡол инек. Ысын мәғәнәһендә. Паспортың юҡ, ситкә китеүгә рөхсәт юҡ. Эшлә, эшләмәй ҡара – тунеядец, саботажник булаһың, һалым түләйһең – түләмәй ҡара! Һалым тигәндәй, колхозсы бушҡа эшләү генә түгел, һәр төрлө һалымдар ҙа түләне.
Бына бер яҙма, ялған түгел, тарихта ҡалған ысынбарлыҡ: “в то же время каждый хозяйственный двор должен был обязательно сдавать государству бесплатно: 40 кг мяса, 16 кг топленого масла, 200 шт. яиц, 3-4 шкур МРС, 3 кг шерсти, брынзы, подписаться не менее на 300-400 рублей Госзаема.
Кроме того, были очень высокие хозяйственные налоги и самооблажения”. (“Зиануринский район”, 1988 год. С.Н. Абдрахманов). Бына шулай. Тормош кемгә еңел булған? Ә беҙ ни тибеҙ? Шөкөр итергә генә кәрәк. Имеш, эш юҡ, аҡса юҡ, йәшәүҙәре ауыр тибеҙ.
Нисек көн күрергә?
Иң элек шөкөр итеп, бирелгән иркенлеккә, иреклеккә ҡыуанып, ялҡаулыҡты бөтөрөп, үҙең өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк түгелме? Мөмкинлек юҡмы? Нимә ҡамасаулай? Әйҙә, кәрәк икән иген сәс, кәрәк икән мал-тыуар аҫыра, башҡа кәсеп менән шөғөллән, тик йыбанма, ялҡауланма! Шәхси хужалыҡ – үҙең, ғаиләң менәнме, фермер булып кеше яллапмы, әллә биш-алты ғаилә туғандар, йә дуҫтар бергәләшеп, кооператив ойоштороп йәшәйһеңме, әйҙә инде, хуш – юл асыҡ, эшлә генә! Шулай түгелме ни!? Минеңсә ауылда ошолай йәшәп була. Мин был һүҙемде – кәңәшемде күп кенә танышыма әйткәнем бар. Әле лә ҡабатлайым: “Эй, ҡустым, колхоз ваҡытында, һин колхоздың 35-50 баш башмағын ҡышын ҡараның, йәй етһә, уларҙы ҡырҙа ятып көттөң, ә килен кеше 10-15 баш һыйырҙы ҡулы менән, 15-20 башты машина менән һауҙы, һеҙгә еңел булдымы? Ә ни эшләп әле Себер китәһең? Үҙегеҙгә 4-5 һыйыр тотоп һауып, 10-15 баш буласаҡ малды тотоп, үҙең өсөн йәшәп булмаймы ни?” Һөт эсеп, ит ашап, бер мөгәрәп картуф, ҡабаҡ, кәбеҫтә һәм башҡаһы, һис юғында үҙең өсөн үҫтереп йәшәп булмаймы? Тик йәй көндәре бер ай самаһы йоҡлап ятмаҫҡа кәрәк. Билдәле, хәҙер техника заманы, ҡул салғыһы заманы үтте, берәй техника хәстәрләргә кәрәк. Себер тигәндән, ситкә китеп донъяңды, ғаиләңде ташлап айҙар, йылдар буйы ситтә йөрөү эш түгел. Үҙ өйөңдә, үҙ ауылыңда тапҡан ун мең Себерҙә тапҡан йөҙ меңдән артығыраҡ түгелме, уйлап ҡара, һығымта яһа. Бына шулай. Кемгәлер ауыл тормошо ауыр, ҡалала – еңел, кемгәлер – киреһенсә. Фекерләп ҡарағанда, ауылда күп яҡлап еңелерәктер. Ҡала – ул йәштәр өсөн, үҙенсә фантазия һәм һәр төрлө хыялдарҙың ымһындырғыс урыны. Минеңсә, йәштәр ошондай уй-хыялдарға бирелеп ҡалаға китә. Һөҙөмтә – шул уҡ эш, йәшәү урынһыҙ, булһа ла – күп тигәндә бер бүлмә, дүрт стена. Урамдарҙа шау-шыу, тынсыу һауа һәм һәр төрлө мәшәҡәттәр. Ә ауылда – быларҙың киреһе. Йәй көндәре иркенлек, саф һауа, йәшел үләнле сиҙәм ер, ағас күләгәһе, бер аҙ эшләп, шул ергә ятып, күккә-болоттарға ҡарап, төндәрен, аяҙ кистәрҙә йондоҙҙарға ҡарап, ял итеп ятыуҙары үҙе ни тора. Курорттарың ары торһон!
Иң мөһиме – ауылда иркенлек, саф һауа, ер. Ер – туйындырыусы тинек. Уның ҡәҙерен белеп, уны яратырға кәрәк. Билдәле, ауыл егәрлеләрҙе ярата, ялҡауҙарҙы, елғыуарҙарҙы үҙ итмәй. Ошо уңайҙан тағы ла бер хатабыҙҙы ла иҫкә алмай булмай. Ауыл эшсәндәрҙе ярата тинек. Тик эшсән булып, бер үҙең генә әллә ни эшләй ҙә алмаҫһың. Иң элек ярҙамсыларың – ғаиләң, балаларың, туғандарың, дуҫтарың булыу ҙа кәрәк.
Йыш ҡына таныштарымды осратып хәлдәрен һорайым: нисек йәшәйһең, балаларың, малайҙарың яныңдамы, ауылдамы, улдарыңдың ҡайһыныһы менән йәшәйһең кеүек тормош йәшәйешен белешәм. Бик ҡыҙғаныс, күптәр биш-алты балаларынан ауылда берәүһенең дә булмауы тураһында үкенеүен-әсенеүен белдерә. Күп осраҡта һуң була шул инде. Хәлдәрен белгәс әйткәнем бар: “Һуң, һис юғы өс малайығыҙҙың береһен ҡалдырһағыҙ ни була”, – тейем. Имеш, балалары уҡырға теләне, тиҙәр. Уҡыу, белем алыу, һөнәргә эйә булыу бик кәрәк. Әҙәм балаһы бишектән алып ләхеткә тиклем ғилем алырға тейеш, тиелә. Тик бөтә кеше лә уҡып, “профессор” булып китә алмаҫ, кемгәлер көрәк-һәнәк, сыбыртҡы ла тоторға кәрәк бит әле.
Яҙмамды тамамлап, тағы ла шуны әйтер инем: ауылдарыбыҙҙың йәшәйеше – һәр ата йорто һаҡланһын өсөн, һәр кем үҙе урынына бер бала, ғаилә урынына – ғаилә, донъя хәлдәрен иҫтә тотоп тағы ла бер бала, күберәк булһа – афарин, ҡалдырһын ине. Ҡурҡырға ярамай – “һәр бала үҙ ризығы менән тыуа”, – тиелгән бит.
Эй ҡәрҙәштәр, ҡайҙа, кемгә йәшәүҙәре еңел? Ни эшләп шундай хәлгә ҡалдыҡ? Кем ғәйепле: заманамы, балалармы, әллә үҙебеҙме? Әллә, “улһыҙ ҙа илар, уллы ла илар” тигән заманалар еттеме?
Хәйҙәр Аҙнабаев. Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: