Бөтә яңылыҡтар

Колорадо ҡуңғыҙы нимәнән ҡурҡа?

#Кәңәштәр

#Кәңәштәр
*Картуф араһына ултыртылған фасоль колорадо ҡуңғыҙын ҡурҡыта.
*Ҡыяр һәм помидор янына ултыртылған һуған һәм торма йәшелсә талпанына үрсергә ирек бирмәй.

*Укроп ҡыярҙың уңышын күтәрә.
*Һуған һәм һарымһаҡ ҡыярҙы ауырыуҙан һаҡларға ярҙам итә.
*ҺарымҺаҡ үҫемлектәрҙең тамыр системаһына ныҡ зыян килтергән аҡ ҡорттан ҡотолорға ярҙам итә.
*Теплицаға базиликты күпләп ултыртығыҙ, ул помидорҙарҙы төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.
*Ҡарағат төбөнә ҡомалаҡ ултыртһаң, ул сирләмәй, емештәренә ҡорт та төшмәй.
*Ҡурай еләген алмағасҡа яҡын ултыртыу яҡшыраҡ.
Читайте нас: