Бөтә яңылыҡтар

Күбәләк баҡсаға ҡунһа, зыян килтерә икән

Ауыл хужалығы эшсәндәре, баҡсасылар сәсеү эшен тамамлап та өлгөрмәне, сәсеүлектәргә, баҡсаларға зыян килтергән бөжәктәр һәм ҡоротҡостар әүҙемләште лә инде. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының консультация үҙәгенә төбәктең төрлө райондарынан һорау биреп шылтыратыусылар һаны күбәйҙе. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә НУРЕТДИНОВАның кәңәштәре менән сайтта танышығыҙ.

Ауыл хужалығы эшсәндәре, баҡсасылар сәсеү эшен тамамлап та өлгөрмәне, сәсеүлектәргә, баҡсаларға зыян килтергән бөжәктәр һәм ҡоротҡостар әүҙемләште лә инде. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының консультация үҙәгенә төбәктең төрлө райондарынан һорау биреп шылтыратыусылар һаны күбәйҙе.
Бөтәһе лә алма ағастарында үрсей башлаған ҡарышлауыҡтарҙың исемен аныҡлауҙы һәм уның менән көрәшеү саралары тураһында һораша. Үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге агрономдары билдәләүенсә, был ҡарышлауыҡтар нимфалид ғаиләһенә ҡараған күбәләктәрҙеке булып сыҡты. Ҡарышлауыҡтар киләсәктә ниндәй күбәләккә әйләнеүен әйтеүе әлегә мөмкин түгел. Әммә алмағастарҙың япрағына, сәскәләренә ошо бер-ике аҙнала ҙур зыян күрһәтеп өлгөрөүҙәре көн кеүек асыҡ. Шуға зыян күргән баҡсасыларға алмағастарын тиҙ арала дарыуҙар менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ.
Шулай уҡ үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре республика буйынса үткәргән күҙәтеү һөҙөмтәләре буйынса ебәк күбәләгенең ҡарышлауыҡтары сығыуын да билдәләй. Был ҡарышлауыҡтар баҡсаларҙа һәм парктарҙа үҫкән алма, слива ағастарына, урмандарҙа иһә имән, ҡайын, тал һәм башҡа ағастарға зыян килтерә.
Был күбәләк аҡһыл-һары, аҡһыл-көрән төҫтә. Инәләре төндә бер йыллыҡ йәш ботаҡтарҙы бөрә-бөрә йомортҡа һала. Һауа температураһы 11 градустан артып, ағас япраҡтары саҡ ҡына ҙурайыу менән ҡарышлауыҡтар йомортҡанан сыға. Ғәҙәттә, төнөн туҡланалар. Май аҙағында ҡурсаҡҡа әйләнәләр. Әгәр, баҡсағыҙға бындай ҡунаҡ ҡунаҡлаһа, инсектицидтар менән эшкәртегеҙ. Йомортҡалар һалынған ботаҡтарҙы киҫеп, яндырығыҙ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.
Читайте нас: