Бөтә яңылыҡтар

Помидор үҫентеләрен туҡландырыу буйынса кәңәштәр

ҺЕҘ ПОМИДОР ҮҪЕНТЕЛӘРЕН ТУҠЛАНДЫРАҺЫҒЫҘМЫ?ҺЫНАП ҠАРАҒЫҘ!Уңыш өсөн – әсетке

ҺЕҘ ПОМИДОР ҮҪЕНТЕЛӘРЕН ТУҠЛАНДЫРАҺЫҒЫҘМЫ?
ҺЫНАП ҠАРАҒЫҘ!
Уңыш өсөн – әсетке
Өс литрлы банкаға 2,6-2,7 литр самаһы хлорһыҙ (ултыртып торолған) һыу, йылы һыуҙа татытып 100 г сөпрә, ярты стакан шәкәр һалып, марля менән ябабыҙ ҙа йылы урынға ҡуябыҙ. Әленән-әле болғап алабыҙ. Әсеү процесы туҡталһа, әҙер тигән һүҙ.
10 литр һыуға 1 стакан иҫәбенән һәр помидор төбөнә 1 литр ҡойоп сығабыҙ. “Йәй буйына 2-3 тапҡыр ошолай туҡландырҙым, – ти интернетта ошо кәңәште биреүсе. – Помидорҙарым бик мыҡты булып үҫте, эҫегә бирешмәне. Ул ғына ла түгел, һыуыҡтар, ямғырҙар башланғас та, октябрь буйына ҡыҙарып бешеп ултырҙы”.
Ә быныһы үҙебеҙҙең баҡсасыларҙан кәңәш:
10 литр һыуға 2 стакан һөт, 3 аш ҡалағы нашатырь спирты, 2-3 тамсы йүҙе һалып болғатаһың да шуны һиптерәһең. Бик килешеп ҡала, ти төркөмдәшебеҙ.
Фото: NairaBrains
Читайте нас: