Бөтә яңылыҡтар

Үҫемлектәр ҡоротҡостарға ҡаршы

Көндәр эҫе тороуы, ямғырҙарҙың һуңғы ваҡыт­та бөтөнләй яумауы йәшелсә-емеш баҡсала­рында төрлө ҡоротҡостарҙың үрсеүенә бу­лышлыҡ итте.

Көндәр эҫе тороуы, ямғырҙарҙың һуңғы ваҡыт­та бөтөнләй яумауы йәшелсә-емеш баҡсала­рында төрлө ҡоротҡостарҙың үрсеүенә бу­лышлыҡ итте. Был йәһәттән айырыуса үҫемлек бете (тля) ҙур зыян килтерә. Оҙаҡламай баҡсасылар күп, йәшелсә-емештәрҙең уңышын йыя башлаясаҡ. Шул сәбәпле, химик препарат­тарҙы ҡулланмай. Һәүәҫкәр йәшелсәселәр үҫемлек бе­тенә ҡаршы үлән төнәтмәләре ҡуллана.
Тилебәрән орлоғо (бе­лена черная) төнәтмәһе бик файҙалы. Әҙерләү ысулы:
1 кг киптерелгән сеймалға 10 литр һыу алына. 0,5 сәғәт ҡайнатып һөҙөргә һәм һип­терер алдынан 20-30 г ҡара- һоро төҫтәге хужалыҡ һабы­нын өҫтәргә. Ҡаразирә тө­нәтмәһе (1 кг ҡоро сеймалға литр һыу алына) ҡорот­ҡостар ашҡаҙанына ағыу ке­үек тәъҫир итә. Тағы ла то­мат һабаҡтарын ҡулланыр­ға мөмкин (2 кг һабаҡты 10 литр һыу һалып, 3-4 сәғәт тө­нәтергә, һиптерерҙән алда 40 г һабын өҫтәргә). Тәмәке төнәтмәһе. 400 г киптерел­гән сеймалдан эшләнелә. Ике тәүлек ултыртып тондоролған төнәтмәгә 10 литр һыу һәм 40 г һабын ҡушыла, ул күп ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Түтәлдәрҙәге ҡоротҡостарҙы ҡурҡытыусы үҫемлектәр бар.
Япраҡлы салат, әрем - йәшелсә баҡсаһы беттә­ренән.
Һарымһаҡ - баҡса бөрсәһенән, үрмәксе талпа­нынан.
Торма - ҡыярҙағы, поми­дорҙағы үрмәксе талпанда­рынан.
Керән - картуф ҡандала­һынан.
Мал сөгөлдөрө - колора­до ҡуңыҙынан.
Әнис, фасоль - колорадо ҡуңыҙынан.
Картуф - фасолдәге ҡам­ҡанан (ҡояш апай).
Базилик - себен һәм се­рекәйҙән.
Бесәй табаны - аҡ күбәләк, ҡарышлауыҡ һәм себендән.
Бүре емеше (бузина) - сысҡандан.
Күреүебеҙсә, үҫем­лектәр беҙҙе туҡландырып ҡына ҡалмай, ҡурсалай ҙа икән. Кәрәкмәгән сүп үләне тип баҡсағыҙҙағы үләндәрҙе өҙөп ташларға ашыҡмағыҙ.
«Наша дача» календарынан.
Читайте нас: