Әле бөтәбеҙ ҙә татлы еләктең уңышын йыйып ҡыуанабыҙ. Ә киләһе йыл нисек булыр? Еләк мул уңыш бирһен өсөн әленән нигеҙ һалып ҡуйырға кәрәк. Был хаҡта ентекләберәк Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйына филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова һөйләй.
– Еләктең уңышын йыйып алғас, киләһе йыл тураһында уйланырға ваҡыт. Әлбиттә, ауырыуһыҙ һәм һау үҫенте ултыртмайынса, нимәгәлер өмөт итеп булмай. Һатып алғанда бер йыллыҡ үҫентегә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уның һауытҡа ултыртылған булыуы мөһим. Тамыры 5 сантиметр самаһы, көслө булһын, япраҡтары өсәүҙән кәм булмаһын. Элиталы сорттар һәйбәт уңыш бирәсәк. Баҙарҙан үҫенте алырға кәңәш итмәҫ инем.
Питомниктарҙа үҫентеләрҙе июндең аҙағынан һата башлайҙар. Үҙегеҙҙең ихатала үҫкән еләкте үрсетәм тиһәгеҙ, был осраҡта үҫентеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Еләкте ултыртыуҙы августҡа планлаштырығыҙ. Урыны ҡояшлы, көньяҡ-көнсығышҡа ҡарап торорға тейеш. Ерҙең әселеге лә ҙур әһәмиәткә эйә. Көл өҫтөлгөн, йәки урмандан алып киленгән ерҙе еләк яратасаҡ. Ултыртҡанда үҫентенең тамыры оҙон булһа, уны киҫергә кәрәк.
Ултыртҡандан һуң, түтәлгә һәйбәт итеп һыу ҡойоғоҙ. Махсус ашламалар индереү ҙә ҡамасауламаҫ. Өҫтөн ҡаплап ҡуйғанда, еләк һәйбәтерәк күтәрелер. Яңы үҫентеләрҙең “мыйыҡтарын” даими рәүештә киҫеп торорға кәрәк, – тип һөйләй Айһылыу.
Тағы ла белгес еләк яратаҡан ашламаларҙы билдәләп китте: 30 грамм мочевинаны 10 литр һыуҙа иретеп һибегеҙ. Ултыртыр алдынан соҡорҙарға 1 биҙрә ер, тиреҫ, 2 стакан һалып буталған ашламаны һалығыҙ.