Помодорҙың уңышы мул, әммә бигүк тәмле булмаған осраҡтар була. Бының сәбәбе сортта ғына түгел. Томаттар калий һәм фосфорға мохтаж. Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә – банан ҡабығы. Банан – кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай калий, кальций һәм фосфор сығанағы. Банан ҡабығын турап помидор, татлы борос, ҡыяр төбөнә күмһәң ул тиҙ тарҡалып үҫентеләр үҙләштерер матдәгә әүерелә. Ҡабыҡты һыуҙа ебетеп компост сәйе эшләргә һәм түтәлгә һибергә мөмкин, был осраҡта тупраҡ ҡатламдары яҡшыра.