Бөтә яңылыҡтар

Һыуһынды ла ҡандырған, шифа ла биргән ҡымыҙ!

Беҙ магазиндарҙа, ғәҙәттә, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте эҙләйбеҙ, сөнки уларҙа төрлө кәрәк-кәрәкмәгән ҡушымталар, буяуҙар булмай, тәмлерәк тә тойола. Йәй һыуһынды ла ҡандырған, шифа ла биргән ҡымыҙҙы алып эсеүе үҙе ни тора! Районда ошо милли эсемлекте яһаусыларҙың береһе – “Маяҡ”ЯСЙ-һынан Лилия Тукаева.Дауамы - сайтты.

Беҙ магазиндарҙа, ғәҙәттә, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте эҙләйбеҙ, сөнки уларҙа төрлө кәрәк-кәрәкмәгән ҡушымталар, буяуҙар булмай, тәмлерәк тә тойола. Йәй һыуһынды ла ҡандырған, шифа ла биргән ҡымыҙҙы алып эсеүе үҙе ни тора! Районда ошо милли эсемлекте яһаусыларҙың береһе – “Маяҡ”ЯСЙ-һынан Лилия Тукаева, төҫкә һылыу, һүҙгә тәмле, бик уңған йәш ҡатын. Тормоштоң гел ыңғай яҡтарын ғына күрә белгән кешеләрҙән булараҡ, Лидия үҙ эше тураһында бик ипле генә, шаян һүҙҙәр ҡушып, бик матур ғына итеп һөйләне. Ҡырҡ-ҡырҡ биш градус эҫе булды ошо көндәрҙә эҫелек. Ҡайнар ҡояш ҡыҙҙырғанда эштең ниндәйен эшләү ҙә еңел түгеллеген аңлайбыҙ. Етмәһә, бейәләр ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта көтөлә, еңел машина менән, юл ниндәй булыуына ҡарамай, эш урынына барырға кәрәк. Әммә Лидиянан һис һуҡраныу һүҙҙәрен ишетмәнек, электән үҙ ихатаһында ла бейә һауып, ҡымыҙ яһауҙа ҙур тәжрибәһе булғанға етәкселек ошо эшкә саҡырған да инде уны, ҡымыҙ бешеү иһә уның иң оҫта башҡарған шөғөлдәренең береһе! Тормош иптәше, ошо уҡ хужалыҡтың агрономы Рафаэль менән таң һарыһынан алып төн еткәнсе ун ике бейәне тәрбиәләү, уларҙы көнөнә 4-5 тапҡыр ҡул менән һауыу, һөҙөп, ҡымыҙ бешекләү, әҙерен пластик һауыттарға тултырып, әҙерләп ҡуйыу бурысы ята иңдәрендә. Әле көнөнә яҡынса 30-40 литр ҡымыҙ етештерелә. Бейә һауып, ҡымыҙ етештереүҙе 1 июндә башлағандар, август бөткәнсе дауам итмәкселәр. Тирә-йүндә күбәләктәр оса, ҡоштар һайрай, һауа бешкән еләк, хуш еҫле сәскәләр, үлән еҫе менән аңҡый, йылғаның сылтыр тауышы айырым нота өҫтәй – ҡымыҙсылар тәүлек әйләнәһенә тиерлек ошо хозурлыҡта.
Мәзит ҡыҙы Лидия менән Күгәрсен егете Рафаэль Туҡаевтар үҙҙәренең шәхси хужалығын да ла бик тырыштар, кәртә-ҡура мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән тулы. Ғаиләлә Динә исемле сибәр ҡыҙ, Рушан исемле көслө егет тәрбиәләнеп, ата-әсәһенең иң матур сифаттарын үҙҙәренең холҡона алып үҫкән. Балаларҙың икеһе лә мәктәп йылдарында спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, айырыуса саңғы ярыштарында гел беренсе урындар алып, алтын-көмөш миҙалдар алған. Динә хәҙер үҙ ояһын ҡорған – Мөхәмәтйән ауылы егете Юнир Ишдәүләтов менән күркәм ғаилә ҡороп, әле ете айлыҡ ҡына ҡыҙ үҫтереп ҡыуаналар, ата-әсәләренә ейәнсәр бүләк итеп һөйөндөргәндәр шулай. Рушан Күмертауҙа физкультура колледжында уҡый, был эҫе йәйҙә ата-әсәһенә хужалыҡ буйынса төп ярҙамсы.
Районда ҡымыҙ етештереү – бик мөһим тармаҡ, уны артабан киң үҫтереү зарур. Ғөмүмән, ҡымыҙҙың үпкә сирҙәрен дауалауҙа киң ҡулланылыуы билдәле, йәғни, халыҡ уны ҡунаҡ саҡырыу өсөн генә түгел, үҙ иммунитетын күтәреү өсөн һәр саҡ ала алырға тейеш. Ошо йәһәттән “Маяҡ” ЯСЙ-һында боронғо милли эсемлек етештерелеүе яҡшы күренеш. Ҡымыҙсылар Лидия һәм Рафаэль Туҡаевтарға шуға ла бөтмәҫ ҡеүәт, күҙҙәрендә бөгөнгөләй шатлыҡ осҡондары теләп ҡалайыҡ.
Читайте нас: